Бөгөн, 27 майҙа, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров видеобәйләнеш алымында “Уңайлы интенет 2.0” инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса йомғаҡлау ҡарарҙары ҡабул итеү маҡсатында кәңәшмә уҙғарҙы. Белеүебеҙсә, был проект республика Башлығы тарафынан быйыл февралдә үткән "Инвестиция сәғәте"ндә хупланғайны.
2022 йылда әлеге проектҡа ярашлы 190 тораҡ пункттағы 42 мең хужалыҡты юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин итеү өсөн оптик бәйләнеш линиялары барлыҡҡа килергә тейеш.
– Интернет менән ҡулланыу мөмкинлеге кешеләрҙең тормошо сифатлы яҡҡа табан үҙгәреүен аңлата, ул ваҡытты һәм ресурстарҙы экономиялауға булышлыҡ итә, мәғлүмәттәргә юл аса. Республика Башлығының күрһәтмәһе бар һәм беҙ уны, тотороҡһоҙ иҡтисади хәл-торошҡа, телекоммуникация саралары менән тәьмин итеү йәһәтенән санкциялар хәүефенә ҡарамаҫтан, тормошҡа ашырырға тейешбеҙ, - тине Андрей Назаров.
“Башинформсвязь” йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Нищев проектты тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдим менән сығыш яһаны. Ул 2021 йылда халыҡтан “Уңайлы интернет” проектына ҡағылышлы бик ыңғай фекерҙәр алыныуын билдәләне.
– Беҙ “Уңайлы интернет” проектына ярашлы эштәрҙе дауам итергә әҙербеҙ. Әлеге көндәге мөмкинлектәрҙе барлағандан һуң проектты ике өлөшкә бүлеп тормошҡа ашырыу зарурлығын билдәләнек: 2022 йылда 40 тораҡ пунктын, ә 2023 йылда 150 ауыл-ҡасабаны оптика менән тәьмин итергә уйлайбыҙ, - тип белдерҙе Сергей Нищев.
Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин 2021 йыл менән сағыштырғанда проект өсөн сығымдарҙың бер аҙ ҡиммәтләнеүен белдерҙе.
Кәңәшмә һуңында Андей Назаров “Уңайлы интернет” проектын тормошҡа ашырыуҙы индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы һәм үҙ ваҡытында тәьмин итеү зарурлығын билдәләне.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru