Башҡортостандың ауыл хужалығы эшсәндәре иң һуңғы культураларҙың береһен — ҡарабойҙай сәсеүгә төшкән. Быйыл уны республиканың 48 районында сәсеү планлаштырылған, шуларҙың 10-ында эш башланған.
Бөгөнгө мәғлүмәттәр буйынса, бөтәһе 3,5 мең гектар ер сәселгән. Бөтәһе ҡарабойҙайға 60,5 мең гектар майҙан бүленгән.
Дүртөйлө, Балаҡатай, Борай райондары ҡарабойҙай сәсеүгә тәүгеләрҙән булып сыҡҡан.
Башҡортостан Республикаһы, Алтайҙан ҡала, илдең иң күп ҡарабойҙай етештергән төбәктәренең береһе.
Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан алынды.