+21 °С
Болотло


Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылының Мәсғүт Заманов урамына тәбиғи газ үткәрелә башлаған. Әлеге көндә "Газпром" йәмғиәтенең Сибай бүлеге эшселәре ҡеүәтле техника ҡаҙған соҡорҙарға полипропилен торбалар һуҙа. Ауылда 64 йорт иҫәпләнә, шуларҙың 25-е газға тоташыу өсөн ғариза яҙған.
Әйткәндәй, Иҫәнбәт ауылы Күсей ауыл биләмәһенә ҡарай, ауыл халҡы күпселек үҙ көсө менән йәшәй, күпләп мал тота, баҡса үҫтерә.
Сығанаҡ һәм фото: Гөлдәр Ҡадаева.