Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Май 2022, 20:30

Мал аҙығы әҙерләүгә старт бирелде

Ҡырмыҫҡалыла "Сенаж көнө" нисек үтте?

Мал аҙығы әҙерләүгә старт бирелде
Мал аҙығы әҙерләүгә старт бирелде

"Башҡортостанда малсылыҡ тармағы әүҙем үҫешә, заманса һауын залдары, роботтары булған хужалыҡтар бар. Быларҙың барыһы ла мал аҙығы йыйыуға бөтөнләй яңыса ҡараш талап итә", – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Ҡырмыҫҡалы районында үткән "Сенаж көнө" республика семинарын асып.

— Йыл һайын бесән һәм сенаж әҙерләү технологиялары үҙгәреп тора. Ҡасан үлән сабырға, уны нисек үҫтерергә, тупраҡты әҙерләргә – был нескәлектәрҙең барыһы ла мөһим икәнлеген Йәрмәкәй районының "Төньяҡ Нива Башҡортостан" фермаларында яҡшы аңлайҙар. Унда бер һыйырҙан 38 литр һөт һауып алалар. Бөгөн семинар үткәрелгән "Артемида" хужалығында ла юғары күрһәткестәргә өлгәштеләр, - тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

"Сенаж көнө" бөтә республиканан, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән килгән тармаҡ белгестәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сараны ойоштороусылар иһә ҡатнашыусылар һаны көтөлгәндән ике тапҡырға күберәк булыуын билдәләне. Был юҡҡа түгел, сараға белгестәр, шул иҫәптән сит ил етешетереүселәре һәм ғалимдары саҡырылған ине.

Мәҫәлән, семинарҙа иң яҡшы сенажды нисек һалырға кәрәклеге тураһында һөйләнеләр һәм конкурста ҡатнашырға саҡырҙылар, ниндәй ҡорамалдарҙы ҡулланырға, ниндәй осорҙа үләнде сабырға һәм башҡаһы тураһында ентекле һөйләнеләр. “Һөт институты” генераль директоры Татьяна Нагаева фекеренсә, һөт етештереүҙә аҙыҡ сифаты айырыуса мөһим. Башҡортостанда һөт етештереүселәр күп, төбәк тулайым етештереү, мал йыйыу сифатын күтәреү буйынса алдынғы, малдың етештереүсәнлеген һиҙелерлек арттырырға мөмкин, бының өсөн яҡшы запастар ҙа бар, тип билдәләне ул.

"Ошо семинар менән беҙ уңыш миҙгеленең мөһим этабына — республикала мал аҙығы йыйыуға башланғыс бирәбеҙ. Уңайлы һауа шарттары башланыу менән хужалыҡтар алдағы көндәрҙә күп йыллыҡ үләндәр сабыуға тотонасаҡ", - тине Илшат Фәзрахманов.

Автор фотолары.

Мал аҙығы әҙерләүгә старт бирелде
Мал аҙығы әҙерләүгә старт бирелде
Мал аҙығы әҙерләүгә старт бирелде
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: