Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Май 2022, 08:00

Сибайҙар ҡунаҡ ҡаршыларға йыйына

Бында 2-4 июндә IV "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә.

Сибайҙар ҡунаҡ ҡаршыларға йыйына
Сибайҙар ҡунаҡ ҡаршыларға йыйына

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында 2 июндән 4-нә тиклем IV "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора.

Инвестиция һабантуйында Рәсәйҙән, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән, шул иҫәптән Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә һәм башҡа илдәрҙән 1,5 мең самаһы ҡунаҡ ҡатнаша. Сараға федераль һәм төбәк власть органдары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Быйыл Ҡаҙағстандан рәсми делегацияға Ҡаҙағстандың индустрия һәм инфраструктура үҫеше министры Каирбек Ускенбаев етәкселек итәсәк. Беларусь Республикаһынан инвестиция һабантуйына сәнәғәт министры урынбаҫары Дмитрий Харитончик киләсәк. Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова ла үҙенең ҡатнашасағын раҫлаған.

Форум спикерҙары:

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров;

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров;

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Сенин;

"Система" акционерҙар финанс корпорацияһы етәксеһе Владимир Евтушенков;

"Рәсәй-Мәҙәниәт" телеканалының алып барыусыһы Пьер-Кристиан Броше;

Америка журналисы Тим Керби;

Рәсәй Финанс министрлығы Ғилми-тикшеренеү финанс институтының иҡтисад тармағы үҙәге етәксеһе Инна Рыкова;

Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы советы рәйесе, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте буйынса советы рәйесе, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы идараһы ағзаһы Владимир Гамза;

"Системалы концессия" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Ерёмин;

Инновациялы төбәктәр ассоциацияһы директоры, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы проректоры, тармаҡ менеджменты институты директоры Иван Федотов;

Ойоштороу үҫеше һәм стратегик башланғыстар институты директоры Вячеслав Шоптенко;

Fatinoğlu холдингының директорҙар советы ағзаһы Угур Фатиноглу;

Төркиәнең машина эшләүселәр союзы президенты Эмри Генджер менән башҡалар.

Форумда ҡатнашыусылар инвестициялар йәлеп итеү, экспорт әүҙемлеген арттырыу, моноҡалаларҙы, эске туризмды үҫтереү, ҡала мөхитен һанлаштырыу һәм экология мәсьәләләрен хәл итеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Форумдың төп темаһы "AntiSanction REGIONS: Яңы иҡтисади ысынбарлыҡ" пленар ултырышында асыла. Ике көн дауамында ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай эш программаһы - стратегик сессиялар, "түңәрәк өҫтәл"дәр, эш төркөмдәре ултырыштары көтә. Барыһы ла илебеҙҙең, Башҡортостан Республикаһының иҡтисадын үҫтереүгә арналған.

Программа сараларын ойоштороусылар исемлегендә: Рәсәй Дәүләт Думаһы, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы, Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы, Европа бизнесы ассоциацияһы, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Йәш дипломаттар советы Рәсәй экспорт үҙәге, Стратегик асыштар үҙәге, Рәсәй Финанс министрлығының ғилми-тикшеренеү финанс институты һ.б.

Инвестиция һабантуйының беренсе көнөндә беренсе Төбәк-ара бизнес-шерифтар форумын асыу тантанаһы була. Был сара сиктәрендә Белгород, Липецк өлкәләре, Ставрополь крайы һәм башҡа төбәктәр коллегалары бизнес-шерифтар институтын уңышлы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Шулай уҡ Global Management Challenge кубогына төбәк этабы финалы үтәсәк. Унда бизнес-шерифтар, власть органдары вәкилдәре генә түгел, предприятие, муниципаль берәмектәр командалары, эшлекле берләшмәләр ҙә ҡатнаша.

Форум программаһында Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Советының финанс-сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте буйынса советы ултырышы ҡаралған. Форумдың икенсе көнөндә Урал аръяғын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаһының презентацияһы үтәсәк, уны әҙерләүҙә Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты ҡатнашты.

Был көндә "Инвестиция сәғәте" форматындағы республика Инвестиция комитетының күсмә ултырышы үтәсәк, шулай уҡ ике ведомство-ара комиссияның - республика менән Урал тау-металлургия компанияһының ведомство-ара эшсе төркөмө һәм төбәктең "Система" акционерҙар финанс корпорацияһы менән эш кәңәшмәһе үткәреү планлаштырылған. 

Инвестиция һабантуйы майҙансығында федераль структуралар үҙ секциялары ойоштора. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Йәш дипломаттар советы "Эшлекле партнерлыҡтың дискредитацияһы шарттарында Рәсәй образы" темаһына дискуссия үткәрә, ә Дәүләт Думаһының Эксперт советы - тотороҡло үҫеш һәм "йәшел" финанслау буйынса ултырыш планлаштыра. Форум программаһына Рәсәй экспорт үҙәгенең һәм "АгроЭкспорт" Федераль экспорт үҙәгенең профилле "түңәрәк өҫтәл"дәре индерелгән. Айырым саралар сит ил партнерҙары менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә арналасаҡ.

Инвестиция һабантуйы 4 июнь көнө Баймаҡ районының Граф күле янында һабантуй менән тамамланасаҡ. Халыҡ байрамында ҡунаҡтарҙы төрлө милли йолалар, аш-һыу, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен сағылдырға бай экспонаттар, сағыу йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, спорт ярыштары көтә. Шулай ҙа иң мауыҡтырғыс сараларҙың береһе булып "Башҡорт аты" фестивале буласаҡ.

Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Сибайҙар ҡунаҡ ҡаршыларға йыйына
Сибайҙар ҡунаҡ ҡаршыларға йыйына
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: