Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында үткән Юғары Евразия иҡтисад советы ултырышында ҡатнашты.
Осрашыуҙа Әрмәнстан Премьер-министры Никол Пашинян, Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко, Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев, Ҡырғыҙстан Президенты Садыр Жапаров, Үзбәкстан Президенты Шәфҡәт Мирзиёев, шулай уҡ Евразия иҡтисад комиссияһы коллегияһы рәйесе Михаил Мясникович та бар ине.
Дәүләт етәксеһе – Евразия иҡтисад союзы эргәһендә күҙәтеүсе, Куба Республикаһы Президенты Мигель Диас-Канель Бермудес саммитта ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәт ебәрҙе.
“29 майҙа Евразия иҡтисад советы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуға һигеҙ йыл тула. Төп йүнәлештәр - сауҙа, сәнәғәт, финанс һәм ауыл хужалығы буйынса хеҙмәттәшлек буйынса һиҙелерлек уңыштарға өлгәштек. Иң мөһиме - , - тине Владимир Владимирович.
Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса документтар ҡабул ителде.
Фото Кремль сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан