Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Май 2022, 18:45

"Яҡшы тормош нигеҙе - һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеүҙә"

Республика муниципалитеттары башлыҡтары семинарҙа ҡатнашты.

"Яҡшы тормош нигеҙе - һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеүҙә"
"Яҡшы тормош нигеҙе - һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеүҙә"

29 майҙа Мәсетле районындағы “Ҡарағай” шифаханаһы базаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнашлығында республика муниципалитет башлыҡтарының семинары булды.

Радий Фәрит улы үҙенең сығышында бөгөнгө шарттарҙа иҡтисад һәм социаль өлкәне үҫтереүҙәге төп мәсьәләләрҙе билдәләне. “Бергәләшеп коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштек. Украиналағы махсус операцияла Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә, ауырлыҡ кисергән Донбасс кешеләренә ярҙам итәбеҙ. Әлеге көндә республика халҡының имен, яҡшы тормошо беҙҙең ниндәй нәтижәле ҡарарҙар ҡабул итеүебеҙҙән тора. Санкциялар шарттарында иҡтисадты, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвесторҙар йәлеп итеү, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡ менән уртаҡ тел табыу зарур”, – тине ул.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың төрлө тармаҡтарҙа үҫеше, муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади хәле тураһында хәбәр итте.

Семинарҙа шулай уҡ ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү, мәктәптә белем биреү системаһын яңыртыу, юлдарҙы төҙөкләндереү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эш итеү, социаль коммуникацияларҙы үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

"Яҡшы тормош нигеҙе - һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеүҙә"
"Яҡшы тормош нигеҙе - һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеүҙә"
"Яҡшы тормош нигеҙе - һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеүҙә"
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в