Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 26-27 майҙа Өфөлә Башҡортостандың агросәнәғәт кластерын алдан яҡлау уҙғарылды. Уға вертикаль-интеграция бәйләнеше төҙөгән ун ауыл хужалығы предприятиеһы инә. Был процестарҙы баҫыуҙан алып сауҙа кәштәләренә тиклем контролгә алырға булышлыҡ итәсәк. Проектҡа туғыҙ миллиард һум һалынасаҡ тип күҙаллана.
Сара “Яңы ысынбарлыҡта предприятиеларҙы кооперациялау” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конгресс сиктәрендә үтте.
- Был уникаль проект бигерәк тә бөгөн көнүҙәк. Киң мәғлүмәт сараларында Рәсәйҙең төрлө субъекттарында аҙыҡ-түлек өсөн төргәк, йәиһә башҡа әйбер етешмәй тип ҡурҡытҡан саҡтарында, ә ҡайһы ваҡыт нигеҙле иҫкәртеүҙәр булғанда, бындай проблемаларҙы хәл итергә тап ошондай агросәнәғәт кластерҙары булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт кластеры Рәсәйҙә беренсе булып барлыҡҡа килде. Башҡа төбәк вәкилдәренең дә уның эшмәкәрлеге, импортты алмаштырыуҙы талап иткән проекттары һәм бының өсөн кәрәкле финанс ҡоралдары менән танышыуы шатландыра, - тине РФ Кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко.
Ул шулай уҡ Башҡортостан агрокомплексының Рәсәйҙә иң эреһе булыуын һәм һөҙөмтәле эшләүен билдәләне.
- Башҡортостан Республикаһы агрокластерының төп бурысы - республиканың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм инвестиция кейстарын булдырып, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәрен асыҡлау, - тине БР сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусев.
Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, агросәнәғәт кластерын төҙөү тауар әйләнеше сылбырында ҡатнашҡан бөтә өлкәләрҙе берләштереүгә йүнәлтелгән.