Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика Үҫеш корпорацияһының инвестиция блогы директоры Адель Макарова Асҡын районы эшҡыуарҙары, муниципалитет башлығы Динис Йосопов, бизнес-шериф Олеся Смирнова ҡатнашлығында үткән стратегик сессияла ҡатнашты.
Әңгәмә барышында район эшҡыуарҙарын Үҫеш корпорацияһы эшмәкәрлеге, инвестиция проекттарының “бер тәҙрә” принцибы һәм республикалағы ташламалы (өҫтөнлөклө) зоналар менән таныштырҙылар.
Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов та бындай осрашыуҙарҙың әһәмиәтен билдәләп үтте.
– Хәҙер эшҡыуарҙар менән эҙмә-эҙлекле эш алып барырға һәм уларға бизнесты үҫтереү өсөн йүнәлештәрҙе билдәләргә ярҙам итергә кәрәк. Үҫеш корпорацияһы инвестиция проекттарына идара итеү менән генә шөғөлләнмәй, шул уҡ ваҡытта потенциаль инвесторҙарға төбәктең үҫеш нөктәләрен тәрән анализлаған әҙер бизнес-тәҡдимдәр ҙә бирә, – тине Наил Ғәббәсов.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ инвесторҙар менән үҙ-ара бәйләнештәр булдырыу ысулдары менән танышты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Сығанаҡ:https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56138