Иҡтисад
30 Май 2022, 12:20

Беҙҙә ошондай һоҡланғыс предприятие бар!

Бында эшлекле етәксе һәм көслө коллектив, юғары эш хаҡы һәм яҡшы үҫеш перспективалары күҙәтелә.

Беҙҙә ошондай һоҡланғыс предприятие бар!Беҙҙә ошондай һоҡланғыс предприятие бар!
Беҙҙә ошондай һоҡланғыс предприятие бар!

Бөгөн Өфөлә эш сәфәре менән булған Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “БУРИНТЕХ” ғилми-етештереү предприятиеһының эшмәкәрлеге менән танышты. Ул - Рәсәйҙә быраулау һәм скважиналарҙы капиталь ремонтлау өсөн юғары технологик ҡоралдарар һәм реагенттар уйлап табыусыларҙың һәм етештереүселәрҙең береһе.

Юғары сифатлы продукцияның ҙур ассортиментынан тыш, “БУРИНТЕХ” комплекслы инженер-технологик оҙатыуҙың һәм сервис хеҙмәттәренең тулы циклын күрһәтә.

Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров предприятиеның етештереү цехтарында булды. “БУРИНТЕХ” ғилми-етештереү предприятиеһының генераль директоры Ғиниәт Ишбаев ҡунаҡтарға коллективтың Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ҡырҡыу-буяу эшмәкәрлеге бырауын әҙерләүе һәм ҡулланыуға индереүе тураһында һөйләне. Быға тиклем илдең яғыулыҡ-энергетика комплексында сит ил әйберҙәре файҙаланылған. Предприятиеның был эшләнмәһе быраулау тиҙлеген ҡырҡа арттырырға һәм скважиналар төҙөүгә сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек биргән.

Был тауарҙы ҡулланыусылар араһында – Рәсәйҙең “Роснефть”, “Газпром нефть”, “Лукойл” һәм башҡа алдынғы нефть-газ компаниялары. “БУРИНТЕХ” етештергән тауар сит ил етештереүселәре менән уңышлы ярыша һәм Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкаға, БДБ илдәре, Яҡын Көнсығыш, Европа һәм Төньяҡ Африка илдәренә ебәрелә.

– Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында беҙ донъяла аналогы булмаған нефть һәм газ скважиналарын быраулау өсөн ротор-идара итеү системаһын әҙерләйбеҙ. Ул быраулау ваҡытында скважина үҙәге траекторияһына идара итергә мөмкинлек бирә һәм шул рәүешле нефть сығарыуҙы еңелләштерә, шулай уҡ төпкөлдә ятҡан ятҡылыҡтарҙы асыу өсөн ҡатмарлы траекториялар буйынса быраулауҙы еңелләштерә, – тине предприятие директоры Ғиниәт Ишбаев. – Беҙҙең система идара итеүҙең ябайлығы, режимдар араһында өҙөклөктөң минималь ваҡыты, телеметрия ҡулланыу менән айырылып тора. Шулай уҡ уның ярҙамында скважина быраулау процесында геофизик тикшеренеүҙәр комплексын үткәрергә мөмкин. Яңы асыш нефть һәм газ сығарыусы Рәсәй предприятиеларының сит ил сервис компанияларына бәйлелеген кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Предприятиеның тағы бер ғилми нигеҙҙәге импортты алмаштырған проекты поликристаллик алмас композиттар – PDC ҡырҡҡыстар етештереү менән бәйләнгән. Проектты “БУРИНТЕХ” предприятиеһының ярҙамсы компанияһы – “Алком” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тормошҡа ашыра. Бының өсөн 2021 йылда ул Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 127,2 миллион һум күләмендә льготалы заем алған. Экстремаль ҡатылыҡ һәм ныҡлыҡ ҡиммәттәре булған ҡырҡҡыстар туҙыуға сыҙамлы һәм юғары һөҙөмтәле тау тоҡомдарын емереүсе быраулау ҡоралын эшләү өсөн кәрәк.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров көнбайыш илдәренең санкциялары компания эшенә йоғонто яһау-яһамауы, сығарылған продукция күләменең артыу мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Ғиниәт Ишбаев һүҙҙәренсә, компания продукция сығарыуҙы яҡынса 1,5 миллиард һумға арттырырға ниәтләй.

– Технологиялар һәм производствоны ойоштороу мине һоҡландырҙы. Бында ихтыяж булған һәм перспективалы продукция етештерәләр һәм импортты алмаштырыуға күп иғтибар бүләләр. Был илдең нефть һәм газ сәнәғәтен үҫтереү өсөн бик мөһим. Беҙ предприятиены финанслауға ҡағылышлы ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Ғәмәлдәге федераль программалар һәм ташламалар инвестицияларҙы һәм әйләнештәге аҡсаны, етештереү программаһын тулы күләмдә үтәүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирер, тип уйлайым, – тип билдәләне Игорь Комаров.

Импортты алмаштырыу технологиялары көнбайыш илдәренең Рәсәйгә санкция баҫымы шарттарында айырыуса көнүҙәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Был предприятие – республикабыҙҙың ғорурлығы. Бөгөн уның етәксеһе Ғиниәт Ғарифулла улы Ишбаев импортты алмаштырыу продукцияһын күрһәтте. “БУРИНТЕХ”тың күп деталдәре, ҡоралдары, әйберҙәренең Рәсәйҙә аналогтары юҡ. Элегерәк уларҙы сит илдәрҙән һатып ала торғайнылар. Хәҙер тормош үҙебеҙҙә ошондай продукция етештереүгә этәргес бирә. Предприятиела уны әҙерләү буйынса инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла, – тине Радий Хәбиров. – Бында эшлекле етәксе һәм бик көслө коллектив, юғары эш хаҡы һәм яҡшы үҫеш перспективалары күҙәтелә.

Белешмә:

“БУРИНТЕХ” ғилми-етештереү предприятиеһында ике меңгә яҡын кеше эшләй, уртаса эш хаҡы 84 мең һум тәшкил итә. Һуңғы 20 йылда инвестициялар күләме яҡынса туғыҙ миллиард һум тәшкил иткән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас