Иҡтисад
30 Май 2022, 12:40

Бында коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләнә

Игорь Комаров менән Радий Хәбиров "Фармстандарт-ӨфөВИТА"ла булды. 

Бында коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләнәБында коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләнә
Бында коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләнә

Бөгөн Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Фармстандарт-ӨфөВИТА” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Ул 120-ләгән төр дарыу етештереүҙә махсуслаша.

Предприятиеның генераль директоры Наил Низаметдинов һүҙҙәренсә, 2020 йылдың декабренән бында коронавирусҡа ҡаршы “Спутник V”, ә 2021 йылдан “Спутник Лайт” вакцинаһын сығаралар. Был 2021 йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексын 259,7 процентҡа еткерергә мөмкинлек биргән. Бынан тейәп оҙатылған продукцияның күләме 69,1 миллиард һум тәшкил иткән.

Игорь Комаров менән Радий Хәбиров полимер флакондарҙа һәм пластик ампулаларҙа инъекция иретмәләрен етештереүҙе ҡараны. Был проектҡа 918 миллион һум инвестицияланған һәм 125 эш урыны булдырылған.

2021 йылда предприятиела етештереүсәнлеге йылына өс миллиард дана тәшкил иткән таблеткалар рәүешендә дарыу препараттары сығарыла башлаған. Инвестициялар күләме 1,53 миллиард һум тәшкил иткән. 2022 йылдың өсөнсө кварталында “Фармстандарт-ӨфөВИТА” гемофилия менән сирләүселәрҙе дауалау өсөн препарат етештереү цехын төҙөп бөтөргә ниәтләй. Прожукция 2023 йылда сығарыла башлаясаҡ. Проекттың хаҡы – 1,58 миллиард һум.

2017 йылда “Фармстандарт-ӨфөВИТА” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге шулай уҡ Өфөнөң ҡала экосистемаһына экологик баҫымды кәметергә ҡарар иткән. Был йүнәлештең береһе – ағып төшкән һыуҙарҙы таҙартыу. Проектты тормошҡа ашырыуға 257,7 миллион һум йүнәлтелгән. Таҙартыу ҡоролмалары 2022 йылдың беренсе кварталында сафҡа индерелгән. Улар техник һынауҙарҙың тулы циклын үткән һәм үҙҙәренең һөҙөмтәлелеген раҫлаған.

Башҡортостан Башлығы Өфө фармацевтика компанияһы менән бер рәттән республиканың башҡа байтаҡ етештереүселәренең дә инвестиция әүҙемлеген күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– “Фармстандарт-ӨфөВИТА” предприятиеһында, дөйөм алғанда, республика сәнәғәтендәге кеүек үк, инвестиция проекттарын әүҙем тормошҡа ашыралар, уларға ҙур аҡса һалына, – тине Радий Хәбиров. – Был Башҡортостан иҡтисадына санкциялар шарттарында ла яҡшы тиҙлек менән үҫешергә мөмкинлек бирә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас