Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2022, 12:30

Эшҡыуарҙарға ярҙамға

Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты муниципаль заказсыларға онлайн режимда кәңәшмә үткәрҙе.

Эшҡыуарҙарға ярҙамға
Эшҡыуарҙарға ярҙамға

Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте хәбәр итә. Комитет  рәйесе Гөлшат Арыҫланова әйтеүенсә, Башҡортостан Республикаһы заказсылары һәр саҡ яңылыҡтарҙы белһен, уларҙы даими күҙәтеп барһын һәм үҙҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу маҡсатында үҫеш семинарҙары ойошторған.

1 ғинуарҙан алып бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә һатып алыуҙарҙың яңы ҡағиҙәләре көсөнә ингән. Семинарҙа сығыш яһаусылар СМСП өлкәһендә конкурентлы һәм конкурентлы булмаған һатып алыуҙар үткәреү, мониторинг буйынса эш алып барыу һәм башҡа темалар буйынса кәңәш биргән. Был вебинарҙың материалдары комитеттың рәсми сайтында "Документтар" бүлегендә урынлаштырылған. Теләгән һәр кем улар менән таныша ала.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсаттарына тура килә.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: