Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2022, 11:30

Флүр Әсәҙуллин эшлекле осрашыу үткәрҙе

Сара Рәсәй Эшҡыуарлығы көнөнә бағышланды.

Флүр Әсәҙуллин эшлекле осрашыу үткәрҙе
Флүр Әсәҙуллин эшлекле осрашыу үткәрҙе

Рәсәй Федерацияһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, күпләп эш урындары булдырыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был тармаҡҡа айырыуса ныҡлы иғтибар бүлә, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, республикабыҙҙа эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин үҙенең йәмәғәт башланғысында эшләүсе ярҙамсылары һәм pro bono эксперттары менән эшлекле осрашыу ойошторған. Был сара Рәсәй Эшҡыуарлығы көнөнә бағышланған.

– Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил эшмәкәрлегендә йәмәғәт ярҙамсыларының эше баһалап бөткөһөҙ, – тине Флүр Әсәҙуллин. – Уларҙың һәр береһе урындарҙа эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлай, шулай уҡ хоҡуҡтарҙы үтәүҙә йәмәғәт контроле кеүек яуаплы бурысты башҡара, беҙгә кәрәкле мәғлүмәтте ваҡытында еткереп тора, ә pro bono эксперттарының эшмәкәрлеге иһә, үҙ сиратында, бизнес-омбудсменға ҡатмарлы мөрәжәттәргә тулы итеп яуап биреү мөмкинлеген бирә, шулай уҡ бүтән төрлө ауыр мәсьәләләрҙе лә еңел һәм тиҙ йырып сығырға булышлыҡ итә.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ағымдағы йылдың биш айында эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны. Бөгөн республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында 75 йәмәғәт ярҙамсыһы эштәрен матур итеп алып бара. Ошо арауыҡта улар эшҡыуарҙарҙы 127 тапҡыр ҡабул иткән, бизнесты яҡлау мәсьәләләре буйынса 200-ҙән ашыу консультация үткәргән, туғыҙ тапҡыр өйрәтеүгә ҡоролған сара уҙғарған. Бынан тыш, улар “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә ҡатнашҡан, башҡа сараларҙың да уртаһында ҡайнаған.

Әйткәндәй, pro bono эксперттары ағымдағы йылдың биш айында финанс, бухгалтер иҫәбе, енәйәт, гражданлыҡ һәм хеҙмәт хоҡуҡтары йәһәтенән яңы белгестәр менән тулыланған.

Аҙаҡтан Флүр Әсәҙуллин яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәткәндәре өсөн барыһына ла оло рәхмәтен әйтте, киләсәктә лә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләү кәрәклегенә баҫым яһаны, иң-иңдәргә Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: