Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2022, 10:30

Торбалар һәм шлангтар етештергән ойошма ҡеүәтен арттыра

Ойошма етештерелгән тауарын республикаға ла, күрше төбәктәргә лә сығара.

Торбалар һәм шлангтар етештергән ойошма ҡеүәтен арттыра
Торбалар һәм шлангтар етештергән ойошма ҡеүәтен арттыра

“Башполимерпласт” ойошмаһы етәкселеге билдәләүенсә, күләмде тағы ла күбәйтеү өсөн сәнәғәт майҙанын арттырырға кәрәк. Етештереү технологияһында заманса ҡорамалдар ҡуйылған, бында эшселәр кәрәкмәй тиерлек, сөнки барлыҡ идара итеү компьютер ярҙамында башҡарыла. Был селтәрҙе “Стәрлетамаҡ районында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы” сиктәрендә алғандар.

- Сеймалды үлсәү һәм артабан эшкә ебәреү өсөн автоматлаштырылған ҡорамалдар һатып алдыҡ. Был инвестиция проекты артабан эшселәрҙең хеҙмәтен еңелләштереүгә йүнәлтелгән. Ошо көндәрҙә ҡорамалдарҙы көйләү эше башланды, - ти етештереү бүлге етәксеһе Роберт Абайҙуллин.

Ойошма 50-нән ашыу төрлө торба етештерә. Һыу үткәргестәр, канализация, төрлө шлангтар, резина кәмәләр өсөн йыһаздар, йәмғеһе 3,5 тонна әҙер продукция етештерә.

Ойошма 12 йыл элек эш башлай. Бөгөн был ҙур комплекс: производство оҫтаханаларын, келәттәрҙе, административ-көнкүреш бинаһын үҙ эсенә ала. «Башполимерпласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһында урындағы химия һәм нефть химияһы предприятиеларының ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү нигеҙендә ҡулланыусылар баҙарында ихтыяж булған тауарҙар етештерелә. Продукция Рәсәйҙә, шулай уҡ Ҡаҙағстанда, Белоруссияла һәм Ҡырғыҙстанда уңышлы һатыла. Әлеге ваҡытта компанияла 50-нән ашыу кеше эшләй. 

«Башполимерпласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ассортиментты киңәйтергә ниәтләй, ә киләһе йылда компания 200 миллион һум самаһы инвестиция күләме менән яңы етештереү линияһын асырға планлаштыра, был эш урындары һанын арттырыу тигән һүҙ. Бөгөнгө көнгә компания етештереүҙе киңәйтеү һәм 5000 тоннаға тиклем арттырыу өсөн ер участкаһы биреүҙә ярҙам һораған.

Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының маҡсаттарына ла тура килә.

Фото: БЮТ сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: