Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Май 2022, 23:20

“Яңы саҡырыуҙарға әҙербеҙ”

Игорь Комаров менән Радий Хәбиров республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

“Яңы саҡырыуҙарға әҙербеҙ”
“Яңы саҡырыуҙарға әҙербеҙ”

Бөгөн, 30 майҙа, Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадында һәм социаль өлкәлә тотороҡлоҡто тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Игорь Комаров үҙ сығышында, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар ҡулланыу йәһәтенән баҫым дауам итә, тип билдәләне. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле дәүләт башлығы Владимир Путиндың указы тураһында иҫкә төшөрҙө, уға ярашлы төбәк башлыҡтары социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлау буйынса ентекле саралар күрергә тейеш. Билдәләнгән бурыстарҙы иҫәпкә алып, халыҡҡа һәм бизнесҡа ярҙам сараларын әҙерләү, уларҙы бойомға ашырыу мониторингы үҙәге булып төбәк оператив штабы торорға тейеш. Уның төп бурысы - төбәк иҡтисадындағы, ҡулланыусылар баҙарындағы, социаль өлкәләге хәлгә анализ яһау һәм оператив иғтибар итеү, шулай уҡ инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү.

Бынан тыш, хәүефтәр һәм ҡатмарлылыҡтар тураһында тиҙ арала мәғлүмәт алыу өсөн бизнес менән кире бәйләнештең һөҙөмтәле механизмдарын булдырырға кәрәк.

"Бөтә социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген һаҡлау, халыҡҡа адреслы ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә сараларын тормошҡа ашырыу хәҙерге шарттарҙа бөтә төбәктәр өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булырға тейеш, - тип билдәләне Игорь Комаров. - Шулай уҡ мәшғүллек өлкәһендәге хәлде даими күҙәтергә һәм эшһеҙлектең артыуына юл ҡуймау өсөн хәүеф ихтималлығын алдан өйрәнергә кәрәк".

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала ойошторолған төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штабтың эше тураһында һөйләне. Предприятиеларҙың мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итеү өсөн республикала Импортҡа алмаш һәм импортты тәьмин итеү үҙәге эшләй. Ул система булдырыусы предприятиеларға булышлыҡ итә. Төбәктә иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса көрсөккә ҡаршы саралар комплексын ғәмәлгә ашыралар. Уға дөйөм суммаһы яҡынса 55 миллиард һум тәшкил иткән 150-гә яҡын сара инә.

Һуңғараҡ журналистар менән әңгәмәлә Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса кәңәшмәгә йомғаҡ яһаны.

"Башҡортостан уңышлы үҫешә, үҙенең сәнәғәт потенциалын тормошҡа ашыра, тип иҫәпләйем. 2022 йылдың беренсе кварталында төбәктең социаль-иҡтисади күрһәткестәре ярайһы уҡ юғары. Республикала уңайлы инвестиция мөхите булдырыу дауам итә. Донъялағы хәлдәрҙең үҙгәреүе аңлашылып тора һәм беҙ санкцияларҙың производствоға, иң элек логистик сылбырҙар ойоштороуға артабанғы йоғонтоһона әҙер булырға тейешбеҙ. Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәк хеҙмәт баҙарындағы хәлде тикшерҙек. 2022 йылдың башынан яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булыуын күрәбеҙ. Күрһәткестәр динамикаһы һәйбәт. Шул уҡ ваҡытта беҙ хәҙерге шарттарҙа тынысланырға иртә икәнлеген аңлайбыҙ. Мәҫәлән, бөгөн беҙ юғары технологиялы, инновациялы секторға ҡараған "БУРИНТЕХ" һәм "Фармстандарт-ӨфөВИТА" предприятиеларында булдыҡ. Унда бихисап сит ил технологиялары һәм ҡорамалдары файҙаланыла. Нәҡ ошонда ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал. Шуға күрә предприятие етәкселәренән уйланылған эш, республика яғынан ярҙам талап ителә.

Санкциялар шарттарында төбәк иҡтисадына ярҙам итеү өсөн көрсөккә ҡаршы сараларҙың төбәк пакетын айырым билдәләп үтәм. Ул яҡшы әҙерләнгән, дөйөм суммаһы яҡынса 55 миллиард һумлыҡ 100-ҙән ашыу сараны күҙ уңында тота. Өҫтәүенә был сараларҙың 70 процент самаһы республиканың раҫланған бюджетында финанслау менән тәьмин ителгән. Был - юғары күрһәткес", - тине Игорь Комаров.

Журналистарҙың “Санкциялар шарттарында төбәктә тотороҡло үҫеште тәьмин итеү буйынса ниндәй саралар ҡабул ителә? Һеҙҙеңсә, бында иң мөһиме нимә?” тигән һорауына республика етәксеһе былай тип яуап бирҙе:

– Беҙ ике сараны күҙ уңында тотабыҙ. Тәү сиратта - ойоштороу-идара итеү мәсьәләләре. Ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү йәһәтенән Оператив штаб булдырҙыҡ. Уның ултырыштарында көнүҙәк мәсьәләләрҙе даими тикшерәбеҙ. Мәҫәлән, март айында, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан саҡта, көн һайын тиерлек был проблема менән шөғөлләндек. Икенсенән, иҡтисадҡа ярҙам итеү саралары. Беҙ ярайһы уҡ ҙур саралар пакетын ҡараныҡ. Ул 50 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Финанслау сығанаҡтары аңлайышлы, ҙур предприятиеларға, бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеүгә тотоноласаҡ. Быларҙың барыһы ла еңел үтәсәге тураһында иллюзиябыҙ юҡ. Еңел булмаясаҡ. Шуға күрә әле үк хәүеф-хәтәрҙе иҫәпкә алыу дөрөҫ. Мәҫәлән, предприятиелар араһында иҡтисади бәйләнештәрҙең өҙөлөү ихтималлығы, бының һөҙөмтәһендә бер нисә производствоның туҡтап ҡалыуы ихтимал. Шуға күрә әленән үк яңы партнёрҙар табыу, уларҙы яңы кооперацияға теҙеү беҙҙең бурыс булып тора.

Әлегә иҡтисадыбыҙҙың бөтә үҫеш күрһәткестәре тигеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ еңел булмаған осорға әҙерләнәбеҙ. Алда әйтелгән саралар ярҙамында Башҡортостан яңы саҡырыуҙарға әҙер буласаҡ, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в