Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Май 2022, 15:30

Благовещен заводы яңы продукция етештерә

Уның тәүге партияһы Выксаға оҙатылған да инде

Благовещен заводы яңы продукция етештерә
Благовещен заводы яңы продукция етештерә

Берләштерелгән металлургия компанияһының Благовещен заводы импортты алмаштыра торған продукция – кардан тапшырғысы булған предохранителле ҡулайлама блоктары етештерә башланы.

Был ҡатмарлы үткәргес торба арматураһы үткәргес торбалар линияһында, аппараттарҙа һәм технологик ҡулайламаларҙа технологик циклдың өҙлөкһөҙлөгөн тәьмин итә. Был блоктар традицион сылбырлы тапшырғыслы блоктарға ҡарағанда байтаҡҡа ышаныслыраҡ. Әлегә тиклем бындай продукцияны сит илдәрҙән һатып ала торғайнылар.

Благовещен заводы эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше – Берләштерелгән металлургия компанияһы предприятиеларының тотороҡло эше өсөн комплектлау өлөштәрен сәнәғәти үҙләштереү. Предприятие Түбәнге Новгород өлкәһендәге Выкса заводы өсөн өс төрлө вал етештереүҙе үҙләштергән. Тәүге партия Выксаға оҙатылған да инде. Әйткәндәй, бындай ҡорамалдарҙың беҙҙә аналогтары юҡ.

“Благовещен заводы көслө инженерлыҡ мәктәбенә эйә. Унда етештереүҙең тулы циклы яйға һалынған. Шуға күрә беҙ барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, аҙ ғына ваҡыт эсендә перспективалы продукция төрҙәрен үҙләштерә, клиенттарҙы улар менән тәьмин итә алабыҙ”, – тине заводтың идарасы директоры Андрей Доценко.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в