Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, алдан бындай мөмкинлек федераль һәм төбәк кимәлендәге чиновниктарға, профилле белгестәрҙә генә бирелгәйне. Ә хәҙер барыһына ла ошо интернет-портал аша төҙөлөш комплексы эшмәкәрлеге хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алырға була.
"Төҙөлөш өлкәһендәге мәсьәләләргә дөрөҫ мәғлүмәт табыу өсөн бик уңайлы, власть органдары һәм бизнес өлкәһе вәкилдәре араһында үҙ-ара оператив эш итеү майҙансығы", - тип аңлатма бирҙе төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк:
Bww.stroi.gov.ru сайтына тармаҡты үҫтереү тураһындағы мөһим һәм аңлайышлы мәғлүмәтте урынлаштырыу бер нисә бүлекте үҙ эсенә ала.
"Инфраструктура меню"һы бүлегендә төбәктәргә льготалы финанслау, шул иҫәптән инфраструктура бюджет кредиттары, инфраструктура облигациялары буйынса мәғлүмәт бирелһә, капиталь төҙөлөш проекттарын этаплап тормошҡа ашырыу тураһында мәғлүмәт менән "Инвестициялар - төҙөлөш циклының кәмеүе" бүлегендә танышырға мөмкин.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин билдәләүенсә, был мәғлүмәт майҙансығы - милли маҡсаттарға өлгәшеү, төҙөлөш комплексы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса һөҙөмтәле сара.
Белешмә:
2021 йылдың аҙағынан "Төҙөлөш порталы"( "Стройпортал") эшләй. Был Башҡортостан Республикаһының ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеү дәүләт мәғлүмәт системаһы. Ул процедураларҙы ябайлаштырыу, дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары менән электрон төрҙә муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн тәғәйенләнгән.
Фото: https://stroi.gov.ru/#anti-crisis-strategy