Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "PRO//Движение.Поволжье” транспорт-логистика конференцияһында сығыш яһаны. Был – Волга буйы федераль округындағы тимер юл транспортына бәйле төп форум.
Конференция алдынан Р. Хәбиров һәм “Рәсәй тимер юлдары”ның генераль директоры урынбаҫары А. Шило йөк һәм махсус техника өлгөләре ҡуйылған күргәҙмә менән танышты. “Торатау”ҙа алдынғы Рәсәй компанияларының, тикшеренеү институттарының тимер юл транспорты өлкәһендәге макет һәм эшләнмәләренән торған экспозиция ла урын алғайны.
Конференцияның эшен асып, Башҡортостан Башлығы “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтенең республика иҡтисады, социаль өлкәһенә индергән ҙур өлөшөн билдәләп үтте. “Рәсәй тимер юлы” – иң мөһим стратегик партнерҙарҙың береһе, ул республикалағы иң эре 15 һалым түләүселәр иҫәбенә инә. Предприятиеларында ун меңдән ашыу Башҡортостан кешеһе эшләй. Бергәләшеп ҡатмарлы осор кисерһәк тә, компания пландарын йыйнаҡ итеп тормошҡа ашыра бара”, – тип билдәләне Р. Хәбиров һәм конференция барышында был өлкәнең көнүҙәк мәсьәләләрен барларға, уларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп билдәләргә мөмкинлек булыр, тигән ышаныс белдерҙе.
А. Шило үҙ сиратында республика етәкселегенә конференцияны ойошторған, компания менән файҙалы хеҙмәттәшлек алып барған өсөн рәхмәт әйтте. “Башҡортостан миҫалында беҙ власть органдарының аҡыллы эшен күрәбеҙ. Шуға ла республиканың иҡтисады юғары кимәлдә ҡала, үҫеш тенденцияһы ла күҙәтелә”, – тип билдәләне ул.
Башҡортостан етәксеһе “Рәсәй тимер юлдары”ның Олег Белозеров етәкселегендәге идара итеү командаһына рәхмәт белдерҙе.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/