Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Май 2022, 21:30

IТ-компания белгесенә - ташламалы ипотека

Был ярҙам төрө көрсөккә ҡаршы сараларға ярашлы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан быйыл мартта индерелгәйне.

IТ-компания белгесенә - ташламалы ипотека
IТ-компания белгесенә - ташламалы ипотека

Башҡортостанда IТ-компания белгесенә беренсе ташламалы ипотека бирелгән. Был хаҡта республика Хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров социаль селтәрҙә хәбәр итте.

“Был өлкә вәкиле 29 йылға йыллыҡ биш процент менән 5,4 миллион һум аҡса алды, – тип яҙҙы ул. – Был ярҙам төрө көрсөккә ҡаршы сараларға ярашлы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан быйылғы март айында индерелгәйне. Премьер-министр М. Мишустин илдең IТ-компанияларына грант программаһын киңәйтеү, йәштәргә армия хеҙмәтенә саҡырылыуҙы кисектереү тураһында ла әйткәйне. Һуңғы йүнәлеш буйынса Башҡортостанда бөгөнгә 233 белгес ғариза яҙған.

Гранттар биреү ҙә әүҙемләшә. Ташламалы кредиттарға ла ихтыяж артыр һәм беҙҙең егеттәр торлаҡ һатып алыуға 18 миллионға ҡәҙәр аҡса алыу мөмкинлегенә эйә булыр тип көтәбеҙ”.

Фото: vk.com/agnazarov  

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: