Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға табан бара. Әле 1 миллион 823 мең гектар ер сәселгән, был планлаштырылған майҙандың 84 проценты. Был турала Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов һөйләне.
Биш районда яҙғы культураларҙы сәсеү тамамланған тиерлек. Был Әлшәй (98 процент), Борай (98 процент), Дәүләкән (97 процент), Ҡырмыҫҡалы (96 процент) һәм Баҡалы (96 процент) райондары. 11 районда эштәр 90-дан ашыу процентҡа башҡарылған. Сәсеү эштәре был аҙнала тамамланырға тейеш.
Бынан тыш Башҡортостан аграрийҙары мал аҙығы әҙерләү өсөн техниканы әҙерләп бөтөп бара. Мал аҙығы йыя торған комбайндарҙың техник әҙерлеге 96 процент тәшкил итә, булған 794 комбайндың 760-ы әҙер.
Графикка ярашлы, 140 мал аҙығы йыя торған комбайн (теркәлгәндәренең 27 проценты) һәм 180 үҙйөрөшлө косилка (35 процент) техник тикшереү үткән һәм эшкә рөхсәт алған. Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Бәләбәй, Дыуан, Ишембай һәм Краснокама райондары хужалыҡтарында ауыл хужалығы техникаһының 60 проценты эшкә рөхсәт алған.
Радий Хәбиров белдереүенсә, сәсеү кампанияһы тамамланғас, район һәм ҡалаларҙа һабантуйҙар үтәсәк.
- Быйыл беҙ һабантуйҙар үткәрергә ҡарар иттек. Был матур һәм ҙур байрам, уны халыҡ өсөн лайыҡлы кимәлдә ойошторорға кәрәк, - тине ул.
Фото: rb7.ru