+21 °С
Болотло


2022 йылдың 1 июленән сүп сығарыуға түләүҙәр арта. Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарарына ярашлы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу буйынса төбәк операторҙары хеҙмәтенә берҙәм тариф бер кубометр өсөн 514,92 һум тәшкил итә.
Хәҙер республикала күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр айына бер кеше өсөн 80,01 һум урынына 82, 39 һум түләйәсәк. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәр өсөн дә хаҡтар ҡиммәтләнә, элекке 81,26 һум урынына 83,67 һум түләргә тура киләсәк.
Фото: mingkh.alania.gov. ru