"PRO//Движение.Поволжье” транспорт-логистика конференцияһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров телекүпер форматында Стәрлетамаҡ ҡалаһының тимер юл станцияһында яңыртылған йөк терминалының эш башлауына старт бирҙе.
Терминал-завод комплексы менән идара итеү буйынса үҙәк дирекция етәксеһе А. Бельский йөк тейәү майҙансығының 1965 йылдан алып эшләгәне тураһында һөйләне. “Объектты заманса итеп яңырттыҡ. Уны эшкә ҡушыу – беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға”, – тине ул.
Яңы терминалға ике склад бинаһы, контейнер һәм ауыр йөк майҙансығы инә. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ Куйбышев тимер юлындағы иң заманса йөк станцияларының береһенә эйә булды.
“Рәсәй тимер юлы” – республиканың иң мөһим стратегик партнерҙарының береһе. Беҙ бергәләп ҙур проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ, шул иҫәптә – Өфө тимер юл ҡуласаһын төҙөү”, – тип билдәләне Р. Хәбиров. – “Рәсәй тимер юлдары” менән хеҙмәттәшлек дауам итер тип ышанам”.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/