Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июнь 2022, 18:30

Йәшелсә һаҡлау өсөн ҙур келәт төҙөләсәк

Үҙебеҙҙә етештерелгән йәшелсәне эшкәртеү һәм һаҡлау өсөн уңайлы комплекс булдырыу мәсьәләһе күптән күтәрелә ине.

Йәшелсә һаҡлау өсөн ҙур келәт төҙөләсәк
Йәшелсә һаҡлау өсөн ҙур келәт төҙөләсәк

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр итеүҙәренсә, республикала иген һәм йәшелсә культураларын эшкәртеү һәм һаҡлау комплексын төҙөүгә 811,3 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Башҡортостанда Бөрө районында иген һәм йәшелсә культураларын эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса етештереү комплексы төҙөү планлаштырыла. "Азамат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башлап ебәргән инвестиция проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов проекттың киләсәгенә юғары баһа бирҙе.

— Был проект республиканың социаль-иҡтисади үҫеше тармағында өҫтөнлөклө тип әйтер инем. Уны тормошҡа ашырыу Бөрө районы өсөн көнүҙәк, сөнки ул ауыл хужалығы үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, ҡулланылмаған ер участкалары мәсьәләһен хәл итәсәк, яңы эш урындары булдырыуҙы тәьмин итәсәк, урындағы ҡаҙнаның килемен арттырасаҡ. Бынан тыш, был етештереү комплексын төҙөү төбәктә ситтән килтерелгәнен ауыл хужалығы продукцияһын үҙебеҙҙә етештерелгәнгә алмаштырыу процесына булышлыҡ итәсәк.

Проектҡа һалынған инвестициялар күләме 811,3 миллион һум тәшкил итәсәк, – тине Рөстәм Моратов.

Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һуғарыу системаһын төҙөү, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу, уны ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса хеҙмәтләндереү үҙәге төҙөү планлаштырыла.

Инвестор өсөн ер участкалары һайлап алынған да инде. Ойошмаларҙың мөлкәт һалымынан ташламаларға, ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия биреүҙе, шулай уҡ ер участкаларын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға биреүҙе талап итә. Проектты тормошҡа ашырыу мөҙҙәте — 2022 – 2025 йылдар. Комплекста 55 кеше эшләйәсәк тип күҙаллана.

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в