Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Июнь , 23:30

"Ағиҙел аръяғы"н ниҙәр көтә?

100 мең кеше үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.

"Ағиҙел аръяғы"н ниҙәр көтә?
"Ағиҙел аръяғы"н ниҙәр көтә?

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин рәйеслегендәге төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ДОМ.РФ облигациялары механизмын Өфөләге “Ағиҙел аръяғы” биләмәһендәге инженер инфраструктураһы төҙөлөшөн финанслау өсөн файҙаланыуҙы раҫланы. 

Проект һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү объекттарының икенсе сиратын төҙөүҙе, файҙаланыуға тапшырыуҙы күҙаллай. Айырым алғанда, канализация коллекторын, һурҙырғыс станцияһын, үҙаҡмалы торба үткәргестәрҙе һәм башҡаларҙы ойоштороу планлаштырыла. Селтәрҙәрҙең дөйөм оҙонлоғо 45,5 километр тәшкил итәсәк. Проект 8,4 миллиард һумға барып баҫасаҡ. Төҙөлөш 2026 йылда тамамланыр тип көтөлә.

“ДОМ.РФ облигациялары торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштерергә лә, уңайлы ҡала мөхитен үҫтерергә лә булышлыҡ итәсәк. Әлеге ваҡытта “Ағиҙел аръяғы” – Башҡортостандың баш ҡалаһындағы иң ҙур төҙөлөш майҙансығы”, - тип белдерҙе ДОМ.РФ инфраструктура облигациялары бүлексәһе директоры Александр Аксаков.

“Ағиҙел аръяғы” проекты Башҡортостан өсөн мөһим һәм перспективалы булып ҡала, сөнки Өфөнөң урынлашыуының топография үҙенсәлектәре сәбәпле, йылға араһындағы ҡалала күп фатирлы йорттарҙың төҙөлөшө йәһәтенән ҡыйынлыҡтар бар. Яҡындағы 15 йылда йыл һайын торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу 440 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Программаны тормошҡа ашырғас, 100 мең кеше үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ”, - тип һөйләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в