Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республика Премьер-министры Андрей Назаров ремонтланған Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай автомобиль юлын асыуҙа ҡатнашты.
Был юлда эш Премьер-министр күрһәтмәһенә ярашлы 2020 йылда башланғайны. Ул Сибай менән Асҡарҙы, шулай уҡ Әлмөхәмәт һәм Хәлил ауылдарын тоташтырған ҡыҫҡа юлды тәшкил итә. Оҙонлоғо – 18 километр.
Андрей Назаров әйтеүенсә, был юл участкаһына ҡарата халыҡтан байтаҡ ялыу булды.
– Элек Сибайҙан Асҡарға килеү өсөн күрше Силәбе өлкәһенә барырға кәрәк ине. Был күп йылдар дауам итте һәм мин, Урал аръяғында йәшәгән кеше булараҡ, был төбәккә ҡарата ғәҙеллекте тергеҙергә булдым. Һәм ошо юл участкаһы, бик үк ҙур булмаһа ла, беҙҙең өсөн бик мөһим. Мәсьәлә ябайҙарҙан булманы. Әммә эшкә аҡса таптыҡ, проектлауға тотондоҡ, асфальт түшәүҙе лә күҙ уңында тоттоҡ. 2020 йылдың июлендә ремонт эштәре башланды. Улар этаплап, өс йыл буйына барҙы. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан 250 миллион һумға яҡын аҡса бүленде, – тине Премьер-министр, юлды ремонтлау барышында алдынғы материалдар һәм технологиялар файҙаланылыуын билдәләп.
Андрей Назаров ябай булмаған һауа шарттарына ҡарамаҫтан, эште сифатлы башҡарған төҙөүселәргә рәхмәт әйтте.
– Һөҙөмтәлә 18 километрлыҡ заманса һәм уңайлы юл барлыҡҡа килде. Унан көн дә балаларҙы мәктәпкә ташыйҙар. Кемдер көн һайын ошо юлдан республиканың баш ҡалаһына эшкә юллана. Хәҙер Өфө 30 километрға яҡынайҙы. Юл хәрәкәте хүефһеҙлеге лә артты, – тине Хөкүмәт Премьер-министры.
Андрей Назаров рулгә ултырып, беренсе булып яңыртылған юлды һынап ҡараны.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press