Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы-2022" IV Бөтә Рәсәй инвестһабантуйында Беларусь Республикаһы вәкилдәре ҡатнашты. Күрше республика ҡунаҡтары "МАЗ" компанияһы етештергән ҡеүәтле техникаларҙан бик бай күргәҙмә әҙерләгән, "МАЗ" компанияһы республика предприятиелары менән осрашты.
Кәңәшмәлә ике республика араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу хаҡында һүҙ барҙы. Ике төбәк "МАЗ" техникаһын һатып алыу, республикала етештерелгән деталдәрҙе экспортлау мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.
Кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов асып, ике республика араһында оҙаҡ йылдар дауамында ныҡлы дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек булыуын билдәләне. Бигерәк тә ул республика өсөн оло әһәмиәткә эйә ҙур "Өфө" инвестиция проектында "Амкодор" предприятиеһы өсөн төҙөлгән етештереү майҙансыҡтары тураһында бәйән итте.
— Был республикала "Амкодор" предприятиеһы ярҙамында асылған тәүге завод буласаҡ. Беҙ компанияға ярайһы ҙур өҫтөнлөктәр бирҙек — бушлай приватизациялау, льготалар. Бөтә бизнес-ойошмалар ярҙам күрһәтә, — тине вице-премьер.
Рөстәм Моратов шулай уҡ ике яҡ араһында авиабәйләнеш булмауының ҙур ҡыйынлыҡтар килтереүен билдәләне, киләсәктә Беларусь менән Башҡортостан араһында тура авиабәйләнеш булдырырға тәҡдим итте.
Беларусь Республикаһының Сәнәғәт министры урынбаҫары Дмитрий Харитончик белдереүенсә, Башҡортостан менән уларҙа етештерелгән БелАЗ техникаһы, тракторҙар, юл техникаһы, лифттар, трансформатор двигателдәре, дизель генераторҙары, компрессорҙар етештереүҙә хеҙмәттәшлек итә. Йыллыҡ килем — яҡынса 80 миллион евро. "Әммә һеҙҙә потенциал бик күп, шуға күрә күберәк эшләү мөмкинлеге бар. Был йәһәттән төп драйвер "МАЗ" компанияһы буласаҡ. Донъяла барған хәлдәр бизнес алып барыуҙа һәм ике яҡлы хеҙмәттәшлектә бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, шулай ҙа уның мөмкинлектәрен оноторға ярамай. Башҡортостандың һәр предприятиеһы өсөн беҙҙә ишектәр асыҡ. Һәр проектҡа, тәҡдимгә һәр саҡ иғтибар менән ҡарайбыҙ. Санкциялар сәбәпле МАЗ комплектлау деталдәренә альтернатив юл һайларға мәжбүр булды, шуға күрә һеҙҙең республика менән уртаҡ производстволар булдырыу менән ҡыҙыҡһыныу арта", - тине "Минск автомобиль заводы" йәмғиәтенең һатып алыуҙар буйынса директоры Александр Кравченко.
Бөгөн Белорусь һәм Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше йылына 500 миллион евроға барып баҫа, планға ярашлы, был күрһәткес бер миллиард евроға етергә тейеш. Был йәһәттән Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фонды Белорусь вәкилдәренә Башҡортостанда юридик шәхес булып теркәлергә һәм "МАЗ" предприятиеһы производствоһын асырға тәҡдим итте. Шулай уҡ яҡтар транспорт һәм юл хужалығы, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек юлдарын тикшерҙе.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.