I Төбәк-ара бизнес-шерифтар форумы сиктәрендә “Иҡтисадты үҫтереүҙең һөҙөмтәле ҡоралы булараҡ бизнес-шерифтар институты” исемле пленар дискуссияһы үтте.
Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостанда бизнес-шерифтар институтының эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙең мөһим өлөшөнә әүерелеүен, эшҡыуарҙарҙың бер ниндәй аралашсыһыҙ төбәк етәкселеге менән асыҡ диалог үткәреү мөмкинлеген билдәләне. Бынан тыш, бизнес-шерифтар территориаль муниципаль иҡтисад үҫешенең һәм төбәктең социаль-иҡтисади потенциалын алға этәреүҙең айырылғыһыҙ элементына әүерелде.
Башҡортостанда бизнес-шерифтар муниципалитет башлыҡтарының урынбаҫарҙары статусында өс йыл элек барлыҡҡа килде. Бөгөн уларҙың эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәре ҡала-райондарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса үҙидара органдары эшмәкәрлегенең төп күрһәткесе булып тора. Был хаҡта дискуссияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
"Инвестиция һабантуйы инвестиция трендтары формалаша торған урынға әйләнде. Беҙ юҡҡа ғына бизнес-шерифтар эшмәкәрлегенең интеграль рейтингын ҡуллана башламаныҡ. Ул һеҙҙең бизнесты яҡлауығыҙҙы, уның бәләкәй һәм урта дәрәжәлә барлыҡҡа килеүе өсөн шарттар булдырылғанын асыҡ сағылдыра. Бөгөн иң мөһиме - муниципалитеттарҙағы инвестиция проекттарын һаҡлап ҡалыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын арттырыуға ярҙам итеү", - тине вице- премьер.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов башланған инвестиция проекттары буйынса "ҡыҙыл зона"ларҙың сәбәптәрен, артабан “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нең һөҙөмтәлелеген иғтибарлап анализлау, баҫымды статистикаға түгел, ә аныҡ эштәргә йүнәлтеү кәрәклеген билдәләне.
- Республикабыҙҙа тулайым төбәк продуктының 30 проценттан ашыуын бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары бирә. Бында, әлбиттә, һеҙҙең дә өлөшөгөҙ бар. Әммә хәҙер беҙ иҡтисадҡа дәүләт ярҙамы сараларын "төшөрөү" программаһын әҙерләйбеҙ. Һәм һеҙ үҙегеҙгә 150 инструменттың ҡайһыһын иҫбатларға тейешһегеҙ (дөйөм алғанда, был 55 миллиард һумлыҡ саралар), нимәне муниципаль кимәлгә уңышлы бәйләргә мөмкин. Һеҙҙән яҡшыраҡ һәм компетентлыраҡ кеше юҡ. Эшҡыуарҙарға драйв бирегеҙ, бына улар һеҙҙән нимә көтә, ә беҙ - эшлекле әүҙемлектең реаль үҫеше. Минең өсөн бизнес-шериф - идеялар генераторы һәм һәр саҡ яңы ҡарарҙар эҙләп килгән кешенең ниндәйҙер форматы, - тип билдәләне Рөстәм Афзалов.
I Төбәк-ара бизнес-шерифтар форумында ҡатнашыусылар "Урал аръяғы-2022" IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә үҙ эшен башҡа сессияларҙа ла дауам итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда ғына Башҡортостанда бизнес-шерифтар ҡатнашлығында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ултырыштарында 49,5 мең яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге менән дөйөм суммаһы 446,9 миллиард һумлыҡ 3 609 инвестиция проекты ҡаралды. "Был юҫыҡта төбәкте экспортлау өлөшөндә бизнес-шерифтар эшен дә билдәләп үтергә кәрәк, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. - Был бөтә республика буйынса предприятиеларға яңы ярҙам саралары, экспорт программалары, шулай уҡ Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге эше тураһында белергә мөмкинлек бирә. Шулай итеп, улар бик мөһим роль уйнай - урындарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендә эксперттар булыуҙан тыш, төбәктә экспортты үҫтереү өсөн дә яуап бирә".
Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.