

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында 2 июндән 4-нә тиклем IV "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора.
Инвестиция һабантуйында Рәсәйҙән, сит илдәрҙән, шул иҫәптән Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиәнән 1,5 мең самаһы ҡунаҡ ҡатнаша. Сараға федераль һәм төбәк власть органдары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған.
Төрлө секцияларҙа, пленар ултырышта ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә бизнес өсөн уңайлы мөхит булдырыу юлдарын барлаясаҡ. Экология, туризм һәм транспорт инфраструктураһы үҫеше, уңайлы ҡала мөхите булдырыу мәсьәләләренә айырым иғтибар биреләсәк. Шулай уҡ сара сиктәрендә Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте күргәҙмәһе эшләй.
Форум эшендә республика Башлығы Радий Хәбиров, Премьер-министр Радий Хәбиров, Беларусь Республикаһының сәнәғәт министры урынбаҫары Дмитрий Хоротинчик, Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консулы Исмет Эрикан видеоконференцияла онлайн режимда “Үҙгәреп тороусы донъя шарттарында Рәсәй-Төркиә эшлекле бәйләнеше: Евразия йөрәгенән ҡараш” секцияһында ҡатнашасаҡ.
Форумдың төп темаһы "AntiSanction REGIONS: Яңы иҡтисади ысынбарлыҡ" пленар ултырышында асыла. Ике көн дауамында ҡатнашыусыларҙы, спикерҙарҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай эш программаһы - стратегик сессиялар, "түңәрәк өҫтәл"дәр, эш төркөмдәре ултырыштары көтә. Барыһы ла илебеҙҙең, Башҡортостан Республикаһының иҡтисадын үҫтереүгә арналған.
Программа сараларын ойоштороусылар исемлегендә Рәсәй Дәүләт Думаһы, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы, Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы, Европа бизнесы ассоциацияһы, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Йәш дипломаттар советы Рәсәй экспорт үҙәге, Стратегик асыштар үҙәге, Рәсәй Финанс министрлығының ғилми-тикшеренеү финанс институты һ.б. бар.
Инвестиция һабантуйының беренсе көнөндә беренсе Төбәк-ара бизнес-шерифтар форумын асыу тантанаһы булды. Шулай уҡ "Global Management Challenge" чемпионатының Башҡортостан Кубогына төбәк этап финалы үтте. Унда бизнес-шерифтар, власть органдары вәкилдәре генә түгел, предприятие, муниципаль берәмектәр командалары, эшлекле берләшмәләр ҙә ҡатнашты һәм еңеүселәре иртәгә иғлан ителәсәк.
Инвестһабантуйҙың төп өлөшө иртәгә буласаҡ. Көн дауамында төрлө пленар ултырыштар, төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, эшлекле фекер алышыу көтөлә. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтар Сибай Арбатында төрлө күргәҙмәләр менән танышасаҡ, спорт ярыштарында ҡатнаша. Кис көнө Рәсәй һәм Башҡортостан йондоҙҙарының сағыу концерты көтөлә.
Инвестиция һабантуйы 4 июнь көнө Баймаҡ районының Граф күле янында һабантуй менән тамамланасаҡ. Халыҡ байрамында ҡунаҡтарҙы төрлө милли йолалар, аш-һыу, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен сағылдырға бай экспонаттар, сағыу йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, спорт ярыштары көтә. Шулай ҙа иң мауыҡтырғыс сараларҙың береһе "Ҡымыҙфест" фестивале буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.