Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Июнь 2022, 23:50

Проекттарҙың күбеһе – “йәшел” зонала

Ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин республикалағы эшкә ыңғай баһа бирҙе.

Проекттарҙың күбеһе – “йәшел” зонала
Проекттарҙың күбеһе – “йәшел” зонала

2 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш форматында Рәсәйҙең төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты. Уны ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин алып барҙы.

Ултырышта төбәктәрҙең инфраструктура облигациялары механизмы нигеҙендә заем финанслауын алыу өсөн инженер селтәрҙәрен төҙөү һәм үҙгәртеп ҡороу проекттарын һайлауға заявкаларын ҡараны. Башҡортостан Башлығы Ағиҙел аръяғындағы яңы биҫтәне һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү селтәрҙәре ҡоролмаларын төҙөү проекты менән таныштырҙы.

- Был проект республиканың баш ҡалаһы өсөн бик мөһим, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Өфө йылғалар араһында, шуға ҡалаға күп фатирлы йорттар төҙөү өсөн яңы майҙансыҡтар кәрәк. Улар Өфө ярымутрауы араһында ҡалған. Был биләмәләр 2024 йылға тиклем генераль планда ҡаралған. Ағиҙел аръяғында туғыҙ миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөргә һәм 100 меңдән күберәк кешене торлаҡ менән тәьмин итергә мөмкин.

Республика Башлығы хәбәр итеүенсә, биҫтә биләмәһендә хаҡы 20 миллиард һумдан ашҡан энергетик объекттарҙы төҙөгәндәр ҙә инде. Һыу менән тәьмин итеү һәм канализация проблемаһын хәл итергә ҡалған.

- Төҙөүселәр 2023 йылдың өсөнсө кварталында майҙансыҡҡа сыға алһын өсөн проект-эҙләү эштәрен һәм дәүләт экспертизаһын быйыл башлауҙы планлаштырабыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Республика коммуналь компанияһы проект операторы буласаҡ.

Федераль Хөкүмәт комиссияһы Башҡортостандың 8,4 миллиард һумлыҡ завкаһын ҡәнәғәтләндерҙе. Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин килешеүҙәрҙе төҙөү буйынса үҙ ваҡытында эште ойоштороуға иғтибарҙы йәлеп итте.

- Башҡортостанда төҙөлөш тармағында - насар булмаған күрһәткестәр, - тине Марат Хөснуллин. – Проекттарҙың күбеһе – “йәшел” зонала. Улар раҫланған графиктарҙан ҡалмай, уңышлы тормошҡа ашырыла.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: