Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Июнь 2022, 17:00

Сибайҙа "Global Management Challenge" чемпионатының Башҡортостан Кубогы тамамланды

 Еңеүсе команда Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. 

Сибайҙа "Global Management Challenge" чемпионатының Башҡортостан Кубогы тамамланды
Сибайҙа "Global Management Challenge" чемпионатының Башҡортостан Кубогы тамамланды

Бөгөн Сибай ҡалаһында IV "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бара. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора. Инвестһабантуй сиктәрендә "Global Management Challenge" стратегия һәм бизнесҡа идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың Башҡортостан Кубогы финалы тамамланды.

Республикала был чемпионат инвестһабантуй сиктәрендә икенсе йыл рәттән үткәрелә. Был юлы ул Башҡортостан  райондары һәм ҡалаларынан һигеҙ команданы - бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәрен, бизнес-шерифтарҙы, ойошмалар етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен  берләштерҙе.

Корпоратив командалар өсөн күнекмә үткәреү быйылғы Кубок программаһының яңылығы булды. Уның составына кредит ойошмалары, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт эшҡыуарлығы берекмәләре һәм бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы вәкилдәре инде. 

Сарала ҡатнашыусыларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сәләмләне.

– Бында бөтә иҡтисадты, предприятиелар үҫешен, эшҡыуарлыҡты үҙ артынан алып барырға һәләтле лидерҙар йыйылды. Бизнесты үҫтереү тотош ил иҡтисады үҫешенең төп этәргесе булып тороуын яҡшы аңлайбыҙ. Бизнестың классик моделен үҙгәртеүҙе күҙ уңында тотҡан компетенцияларығыҙҙы, идара итеү оҫталыҡтарын формалаштырыу - ул иң мөһиме, - тип билдәләне Рөстәм Моратов.

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдереүенсә, Башҡортостандың федераль кимәлдә тәүге тапҡыр ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Былтыр "Бизнес Стратег" (Стәрлетамаҡ һәм Миәкә райондары) командаһы Чемпионаттың 15-се юбилей милли этабының суперфиналына сыҡҡан. Быйыл милли финал Ханты-Манси автономиялы округында - Юграла уҙа. Еңеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәрен күрермен тип ышанам, тине Рөстәм Афзалов.

Майҙансыҡтың модераторы, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр институты инновациялы белем биреү технологиялары үҙәгенең проекттар директоры Александр Соловьевтың (Мәскәү ҡалаһы) һүҙҙәренсә, чемпионат идара итеү, шәхси, эшҡыуарлыҡ һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә.

– Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен, һөнәри оҫталыҡтарын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Команданың ҙур ҡиммәткә эйә булыуын һәм үҙ өлөшөн индерә алған һәр ағзаға иҫәп тоторға кәрәклеген аңлау мөһим, сөнки яңғыҙы ғына тәҡдим ителгән эш күләмен башҡарыу күпкә ҡатмарлыраҡ буласаҡ, – тине Александр Соловьев.

Кубоктың төбәк этабы финалында еңеүселәр бөгөн билдәле була. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы  иртәгә, йәғни 3 июндә IV "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының икенсе көнөндә үтәсәк.

Автор фотолары.

Сибайҙа "Global Management Challenge" чемпионатының Башҡортостан Кубогы тамамланды
Сибайҙа "Global Management Challenge" чемпионатының Башҡортостан Кубогы тамамланды
Сибайҙа "Global Management Challenge" чемпионатының Башҡортостан Кубогы тамамланды
Сибайҙа "Global Management Challenge" чемпионатының Башҡортостан Кубогы тамамланды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: