Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Июнь 2022, 22:15

Төбәккә яңы инвестор килә

130 миллион һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Бөгөн Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы-2022" IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шуларҙың береһе - республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән “Евродеталь-сервис” ойошмаһы араһында торг үткәрелмәйенсә, юридик берәмеккә ҡуртымға бирелә торған масштаблы инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә торған килешеүгә ҡул ҡуйылды. Инвестпроекттың дөйөм хаҡы - 130 миллион һум.

"Инвестор Өфө районы биләмәһендә М-5 “Урал” трассаһы буйында йөк автомобилдәренә хеҙмәт күрһәтеү һәм ремонтлау буйынса автосервис төҙөргә планлаштыра", -ти Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры Алексей Гусев.

Яңы проект илле кешегә эш урыны булдырасаҡ. Инвестор төҙөлөштө башларға һәм объектты 2023 йылда тапшырырға әҙер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: юл буйы сервисы объекттарын төҙөү проекттары, федераль автомобиль юлдары буйынса проекттарға 50 миллион һумлыҡ, төбәк, урындағы һәм муниципаль-ара күрһәткестәр буйынса проекттар өсөн 20 миллион һумлыҡ инвестициялар Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Төбәккә яңы инвестор килә
Төбәккә яңы инвестор килә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: