Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Июнь 2022, 16:30

Легендар атҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Урыны һайланған. Миәкә районының Илсеғол ауылы! 

Легендар атҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Легендар атҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Ошо көндәрҙә "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһының конкурс комиссияһы проекттарҙы һайлап алыу өсөн йыйылды.

Быйыл конкурста республиканың бөтә муниципаль райондары һәм ҡала округтары ҡатнашҡан. 22 райондың иһә һәр ауыл биләмәһенән ғаризалар бирелгән.

Дөйөм алғанда, быйыл конкурсҡа 1143 ғариза ебәрелгән, һайлап алыуға 1125 ғариза ҡабул ителгән. Һайлап алыуҙа 507 проект еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән "ауыл" категорияһында 310 проект, "ҡала" категорияһында 197 проект ҡатнаша.

Конкурсҡа ҡабул ителгән мәктәптәрҙе төҙөкләндереү буйынса 76 проекттың 60 еңеүсеһе һайлап алынған.

Әлеге программа турһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге яҙмаһында үҙ фекерен белдерҙе.

 

"Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы" илебеҙҙә бер нисә йыл уңышлы эшләй. Уның асылы шунда: халыҡ үҙе тәҡдимдәр менән сығыш яһай – нимәне йүнәтергә, төҙөкләндерергә, йәшәгән ере өсөн нимә һатып алырға теләй. Муниципалитет смета һәм проекттарҙы төҙөүҙә ярҙам итә. Иң яҡшы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса конкурс һөҙөмтәләре буйынса республика бюджетынан аҡса бүленә. Мотлаҡ шарт — берлектә финанслау. Субсидия суммаһының 5 проценттан 15 процентҡа тиклемен муниципаль бюджет күтәрергә, кәм тигәндә 3 процентын халыҡ үҙе йыйырға тейеш.

 

Проекттар күп төрлө. Мәҫәлән, урамдарҙы асфальтлайҙар, балалар майҙансыҡтары ҡуялар, спорт залдарын һәм ауыл клубтарын төҙөкләндерәләр, ауыл Советы ихтыяждары өсөн ҡорамалдар һатып алалар. Һөҙөмтәләр фотоһүрәттәрҙә аныҡ күренә.

 

Миҫал итеп, Миәкә районының Илсеғол ауылын килтергем килә. Бында халыҡ күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу өсөн финанслау алған. Бында Керчь исемле легендар герой-ат һәйкәле ҡуйыласаҡ. Был ат Башҡорт кавалерия дивизияһы менән бергә бөтә һуғышты үтеп, Берлинға барып еткән һәм имен-аман республикаға ҡайтҡан берҙән-бер ат. Уны ҡайтарыуҙы маршал Буденный үҙе хәстәрләгән. Һоҡланғыс тарих, халыҡтың башланғысын хупларға ғына ҡала. Һәйкәл ҡуйылыу мәленә мотлаҡ килергә тырышырмын", - тип яҙған Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы тураһында ентеклерәк түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://ppmi.bashkortostan.ru/

 

Фотолар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды. 

Легендар атҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Легендар атҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Легендар атҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Легендар атҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Легендар атҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Легендар атҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Легендар атҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: