Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июнь 2022, 22:45

107 миллиард һумға 28 инвестиция килешеүе төҙөлгән

Андрей Назаров белдереүенсә, бер нисә йыл элек Башҡортостанда инвестиция һабантуйын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итеү дөрөҫ булған.

107 миллиард һумға 28 инвестиция килешеүе төҙөлгән
107 миллиард һумға 28 инвестиция килешеүе төҙөлгән

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “РКБ Өфө” каналына биргән интервьюһында, Сибайҙа үткән дүртенсе "Урал аръяғы -2022" инвестиция һабантуйында 107 миллиард һумға 28 инвестиция килешеүе төҙөлдө, тип хәбәр итә. Уҙған өс форумда, дөйөм алғанда, 112 миллиард һумға 56 килешеүгә ҡул ҡуйылған.

"Эшҡыуарҙар маҡсатлы рәүештә килә, был һөҙөмтә бирә. Бөгөн һәр кем үҙенең ресурстарын баһалай, нимәгә иҫәп тота алыуын аңлай һәм Башҡортостанда бик яҡшы инвестиция мөхите булыуын, санкция хәлен еңеп сығыу менән генә түгел, өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына булышлыҡ итеүҙе күрә», - тине Премьер-министр.

Андрей Назаров белдереүенсә, бер нисә йыл элек Башҡортостанда инвестиция һабантуйын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итеү дөрөҫ булған, сара кешеләрҙең һәм финанс сығымдарын аҡлай. Бынан тыш, форумда Урал аръяғын үҫтереү өсөн стратегик ҡарарҙар ҡабул ителде.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

107 миллиард һумға 28 инвестиция килешеүе төҙөлгән
107 миллиард һумға 28 инвестиция килешеүе төҙөлгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: