Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Волга буйы федераль округы кураторы Дмитрий Чернышенко һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин менән раҫланған кураторҙар институты сиктәрендә һайлап алынған Волга буйы федераль округының 14 төбәгенең социаль-иҡтисади үҫешенең өҫтөнлөклө проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса йыллыҡ эшенә яҡынса йомғаҡ яһаны.
Вице-премьер билдәләүенсә, кластер сиктәрендә бөтәһе 94 алдынғы проект һайлап алынған һәм раҫланған, санкцияларҙы индергәндән һуң уларҙы анализлап, исемлектәрҙе аныҡлау буйынса тәҡдимдәр бирелгән.
"Был проекттар Волга буйы федераль округы төбәктәренең синхронлы үҫешен тәьмин итә һәм, "Волга буйлап сәйәхәт" проекты һымаҡ, хатта уның сиктәренә сыға. Улар беҙҙең пландарыбыҙға ярашлы тормошҡа ашырыла. Көнбайыштың һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙы хәл иткәндә беҙҙең технологик суверенитет, иҡтисадты үҫтереү һәм граждандарҙың мәнфәғәттәрен тәьмин итәсәк проекттарҙа көстәрҙе тупларға кәрәк. Һайлап алынған бөтә проекттарҙан 55-е тап ошо талаптарға яуап бирә лә инде. Һәм бөгөн уларҙы нисек тормошҡа ашырырға икәнлеге хаҡында һөйләшәсәкбеҙ", - тине Дмитрий Чернышенко.
Вице-премьер әйтеүенсә, торлаҡ төҙөлөшө һәм логистика менән бәйле проекттар ҙа бик мөһим.
Хөкүмәттең төп бурысы - субъекттарҙы гармониялы үҫтереү, Волга буйы федераль округында йәшәгән кешеләрҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреү. "Уҙған йылдың көҙөндә, Волга буйы федераль округы төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫешенең төп проекттарын ҡарай башлағанда, төбәктәр үҙ киләсәген ҡайғыртып, төрлө проекттарҙы, төбәк-ара килешеүҙәр тураһында күберәк уйлана башланы. Шуға күрә беҙ улар менән ошо эштәрҙең дауамлы булырына ышанабыҙ һәм киләсәккә 55 төп проектты тикшерергә әҙербеҙ", - тине Игорь Комаров.
Фото: "Башинформ".