Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июнь 2022, 16:00

"Иҫ киткес сәнғәт һәм алтын ҡулдар!"

Республика Башлығы Радий Хәбиров "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә түбәндәге яҙыу ҡалдырҙы: "Был һоҡланғыс картина - акварель, буяуҙар түгел. Ул таштарҙан, башҡорт йәшмәһенән йыйылған..."

"Иҫ киткес сәнғәт һәм алтын ҡулдар!"
"Иҫ киткес сәнғәт һәм алтын ҡулдар!"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында «Артель» халыҡ художество кәсептәре уҡыу-етештереү предприятиеһының художество оҫтаханаһында булды. Компания директоры Наил Бәҙретдинов Өфөләге «Артель» төп предприятиеһының - 2000 йылдан, ә Сибайҙағы бүлексәнең 2010 йылдан эшләүе хаҡында һөйләне. Коллектив таш әйберҙәрен һәм сувенир продукцияһын әҙерләүҙә махсуслаша. Оҫтахана хеҙмәткәрҙәренең юғары профессионализмы малахит, аҡыҡ, халцедон, авантюрин һәм Сибай йәшмәһенән ҡулдан эшләнгән уникаль әйберҙәр булдырырға мөмкинлек бирә.

Предприятиела бик татыу коллектив, шул иҫәптән 20 йыллыҡ тәжрибәһе булған оҫталар эшләй. Хеҙмәт династиялары ла бар. Бөтәһе 57 хеҙмәткәр.

- Беҙ башҡорт йәшмәһен һәм тотош республиканы данлаған сәнғәт әҫәрҙәрен эшләйбеҙ. Беҙҙең ер аҫты байлыҡтары 17 миллион тоннаға яҡын йәшмә һаҡлай. Асылда, был - икенсе нефть. Инвесторҙар өсөн был  яҡшы материал, әгәр уға бар яҡлап инвестиция һалғанда ҙур табыш килтерә ала. Ә Өфө менән Сибай - төбәктең ысын таш уйыу үҙәктәре, - тип билдәләне Наил Бәҙретдинов.

«Артель» артабан да  производствоны үҫтерергә һәм ҡеүәтен арттырырға ниәтләй. Мәҫәлән, Сибайҙа предприятие цехтары яңыртыла.

Республика Башлығы йәшмәнән эшләнгән сәнғәт әҫәрҙәрен юғары баһаланы, оҫталар менән аралашты һәм «Артель» етәкселеген, предприятиены үҫтереү мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерергә саҡырҙы.

-Мин йәшмәнән иҫ киткес матур әйберҙәр етештергән был предприятиеға күптән килергә теләй инем, - тине Радий Хәбиров. - Бында бер төркөм таш уйыу оҫталары эшләй. Иҫ киткес сәнғәт һәм алтын ҡулдар!

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

 

"Иҫ киткес сәнғәт һәм алтын ҡулдар!"
"Иҫ киткес сәнғәт һәм алтын ҡулдар!"
"Иҫ киткес сәнғәт һәм алтын ҡулдар!"
"Иҫ киткес сәнғәт һәм алтын ҡулдар!"
"Иҫ киткес сәнғәт һәм алтын ҡулдар!"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: