Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июнь , 23:00

Индустриаль парктар булдырыу - заман талабы

Улар яңы производстволар урынлаштырыу өсөн үҙенең асыҡ өҫтөнлөгөн күрһәтә.

Индустриаль парктар булдырыу - заман талабы
Индустриаль парктар булдырыу - заман талабы

Бөгөн Сибайҙа "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында “Импортҡа алмашты тиҙләтеү өсөн тармаҡ индустриаль парктары” секцияһы уҙҙы. Модераторы булып Рәсәй Индустриаль парктар ассоциацияһының үҫеш буйынса директоры Максим Паздников сығыш яһаны.

Тема буйынса фекер алышыуҙа индустриаль парктарҙың идара итеүсе компаниялары етәкселәре ҡатнашты. Осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусылар яуаплы ведомстволар тарафынан ентекле иғтибар талап иткән темаларҙы билдәләне. Тәү сиратта был методологик ҡарарҙар, улар парктарҙың эшен, атап әйткәндә, аккредитация процедураһын үтеүҙе ябайлаштырыуға булышлыҡ итер ине.

"Индустриаль парктар буласаҡ яңы производстволар урынлаштырыу өсөн үҙенең асыҡ өҫтөнлөгөн күрһәтә. Был парктар биләмәләрендә инвестор ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәкле коммуналь һәм транспорт инфраструктураһы менән тәьмин ителгән ер участкаһы, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта ҡорамалдар ҡуйып, яңы производство асырға мөмкин булған әҙер производство бинаһы алыу мөмкинлегенә эйә була", - тине Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Уҙғарылған секцияла сығыш яһаусыларҙың береһе "Өфө" индустриаль паркының идара итеүсе компанияһы директоры Артем Пензин булды. Үҙ сығышында ул, Рәсәйҙә индустриаль парктарҙы, атап әйткәндә, тар махсуслашҡан үҫеш илдә импортҡа алмаштың тиҙләтелгән драйверы булыуы ихтимал, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта компанияларҙың эшмәкәрлеге йүнәлешендә оҡшаш компаниялар өсөн инфраструктура булдырырға кәрәк.

Секция йомғаҡтары буйынса осрашыуҙа ҡатнашыусылар алдағы йылдарҙа әҙер сәнәғәт инфраструктураһы булған сәнәғәт майҙандарына ихтыяждың артыуын күҙалланы. Алдағы ике йылда индустриаль парктар майҙандары дефициты нөктәһенә яҡынлашырға ла мөмкин. Шуға күрә төбәктәргә ошондай майҙансыҡтар булдырыуға ҙурыраҡ иғтибар бирергә кәрәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в