Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июнь 2022, 10:30

Кооперацияның өҫтөнлөктәре ҙур

Кисә Сибайҙа IV«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә «Эшҡыуарлыҡты үҫтереү драйверы булараҡ кооперация» эксперт сессияһы уҙҙы.

Кооперацияның өҫтөнлөктәре ҙур
Кооперацияның өҫтөнлөктәре ҙур

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында 2 июндән 4-нә тиклем IV "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора.

Кисә IV «Урал аръяғы 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында «Эшҡыуарлыҡты үҫтереү драйверы булараҡ кооперация» эксперт сессияһы уҙҙы. Уны Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министрлығы ойошторҙо.

- Кооперация һөҙөмтәле бизнес моделен булдырып, етештереүселәребеҙгә конкурентлы булырға мөмкинлек биргән механизм рәүешендә сығыш яһай. Көсөн берләштереп, бәләкәй бизнес эре бизнес менән тигеҙ һөйләшә ала, - тип билдәләне сессия модераторы, Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры Алексей Гусев.

Түңәрәк өҫтәл эше барышында ҡулланыусылар кооперацияһы системаһын үҫтереү мәсьәләләре һәм үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлектең яңы проекттары ҡаралды. Алексей Гусев үҙ сығышында республика территорияһында сауҙа структураһында 25 мең сауҙа ойошмаһы булыуы хаҡында һөйләне, шуларҙың 1400-е - федераль, 900 - төбәк селтәрле ритейлы һәм 22500 - «йорт янындағы» форматындағы магазиндар.

- Әлбиттә, бөгөн ошо уҡ федераль селтәрҙәргә ҡарағанда, уларҙың конкуренцияға һәләте түбәнерәк. Шул рәүешле ҡулланыусылар кооперацияларының бурысы - бер төркөм хужалыҡ процестарын берләштереү иҫәбенә уларҙың эшмәкәрлек алып барыуға сығымдарын кәметеү күҙлегенән конкуренцияға һәләтен күтәрергә ярҙам итеү, - тип билдәләне ул.

РФ Үҙәк союзының Проекттар үҙәге башҡарма директоры Алексей Бобылев бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм уның килемен арттырыу мәсьәләләрен хәл итеүгә йәлеп итеүҙә Үҙәк союздың туплаусы роле тураһында һөйләне. - Мультипликатив эффектҡа эйә булыу кооперацияның мөһим өҫтөнлөгө булып тора. Күмәртәләп һатыу баҙарҙарын формалаштырыу буйынса проекттар 100 меңгә тиклем эш урыны булдырасаҡ һәм халыҡтың йылына 6,6 миллиард һумлыҡ өҫтәмә килемен тәьмин итәсәк, - тип билдәләне Алексей Бобылев. Шулай уҡ ул Рәсәйҙә төрлө өлкәләрҙә (ҡулланыусылар, ауыл хужалығы, торлаҡ, сәнәғәт, кредит) кооператив хәрәкәтен йәлеп итеү 5,6 миллион кешегә баһаланыуын билдәләне.

«КЕЙПИЭМБИ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Максим Бородай заманса һатыу каналдары менән үҙ-ара эш итеүҙә кооперацияның өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләне. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы мосолмандары эшҡыуарҙары ассоциацияһы президенты Эмиль Ганцев баҙарҙы ҡыҫырыҡлау һәм һатып алыу һәләтен кәметеү шарттарында эшләү мөмкинлеге булараҡ кооперацияны үҫтереү тураһында доклад менән сығыш яһаны.

- Кооперация -  һәр кем үҙ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алған урын, - тип билдәләне Эмиль Ганц.

Сессия эше спикерҙар тәҡдим иткән тәжрибәләрҙе әүҙем тикшереү шарттарында уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты, һорауҙар бирҙе һәм һорауҙарға яуап алды.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в