Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июнь , 19:30

Нефтекамала борсаҡ эшкәртеләсәк

Республикала борсаҡты тәрән эшкәртеү буйынса биш миллиард һумлыҡ инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла.

Нефтекамала борсаҡ эшкәртеләсәк
Нефтекамала борсаҡ эшкәртеләсәк

Бөгөн Сибайҙа "Урал аръяғы-2022" IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Хөкүмәте менән "ИнгФуд" компанияһы араһында инвестиция килешеүе төҙөлдө. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһында ҡатнашты.

Предприятие борсаҡты тәрән эшкәртеү буйынса яңы, заманса, юғары технологиялы һәм фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән производство төҙөү проектын ғәмәлгә ашырып, борсаҡтан тәбиғи аҙыҡ-түлек ингредиенттарына баҙар ихтыяжын тәьмин итергә ниәтләй.

"Был бөтә республика өсөн бик мөһим проект, – тип билдәләне Андрей Назаров килешеүгә ҡул ҡуйыу йомғаҡтары буйынса. - Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын тәрән эшкәртеү буйынса уникаль производство барлыҡҡа киләсәк. Был, һис шикһеҙ, төбәктә үҫемлекселекте үҫтереүгә, атап әйткәндә, борсаҡ кеүек беҙҙең өсөн традицион ҡуҙаҡлы культураны үҫтереүгә яҡшы этәргес бирәсәк".

Биш миллиард һумлыҡ проект Нефтекамала йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә тормошҡа ашырыла. Ул 100-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Әйткәндәй, компанияның Һамар өлкәһендә бындай проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса тәжрибәһе бар. Бөгөн заводты урынлаштырыу өсөн ер участкаһы һайланған, бизнес-план әҙерләнгән, инжиниринг эштәрен башҡарыу өсөн компаниялар, ҡорамалдар менән тәьмин итеүселәр, подряд ойошмалары һайлап алынған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в