Мәғлүм булыуынса, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса Башҡортостан үҙе өсөн яңы бурыс ҡуйҙы – 2024 йылға тиклем алынған маҡсаттарҙы 2022 йылда тормошҡа ашырыу.
“Башҡортостандың Рәсәй кимәлендә алдынғы урын биләүе осраҡлы түгел. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙ планды арттырып үтәнек – милли проектҡа предприятиеларҙы йәлеп итеүҙә лә, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу буйынса ла алдынғыбыҙ. Шуға күрә 2024 йылға тиклем алынған бурыстарҙы ағымдағы йылда тормошҡа ашырырыбыҙға шик юҡ. Милли проект саралары ҙур финанс сығымдары һалмайынса, тиҙ арала һөҙөмтә алырға мөмкинлек бирә. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты иҡтисад үҫеше өсөн бик мөһим. Быйыл беҙ проектҡа 150 предприятиены йәлеп итергә тигән маҡсат ҡуябыҙ”, – тип белдерҙе БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Ошо көндәрҙә республиканың йәнә бер предприятиеһы – “Урал пружиналар заводы” милли проектҡа ҡушылды. Тейешле килешеүгә Рөстәм Моратов ҡул ҡуйған.
Урал пружиналар заводы – ил һәм донъя кимәлендә танылған алдынғы предприятие. Ул энергетика, машина һәм вагон эшләү тармаҡтарын юғары сифатлы деталдәр менән тәьмин итә. Предприятиеға 2008 йылда нигеҙ һалына, бөгөн унда 500 тирәһе хеҙмәткәр эшләй.
Урал пружиналар заводы тимерсыбыҡтың диаметры 0,5 миллиметрҙан алып биш сантиметрға еткән эҫе һәм һалҡын ҡойолоштағы ҡыҫылмалы пружиналар етештерә, улар ауыл хужалығында, тимер юлы техникаһында һәм торба үткәргестәрҙә ҡулланыла. Предприятие продукцияһы 14 илгә оҙатыла.
2019 йылда диаметры 70 миллиметр тәшкил иткән тимерсыбыҡтарҙан бейеклеге бер метрлыҡ пружиналар етештереү линияһы юлға һалына. Бер ай эсендә заводта 140 мең вагон пружинаһы етештерелә.
Былтыр көҙ предприятиела рессорҙар етештереү буйынса яңы завод асыла. Уға транспорт саралары етештергән Рәсәй заводтарын сифатлы автокомпоненттар менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә.
Өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән сара БР Сәнәғәт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла, инвестициялар күләме 500 миллион һум тәшкил итә. Яңы эш урындары булдырыла. Бер айҙа 1200 тонна рессор продукцияһы етештереү планлаштырыла.
Предприятиеның генераль директоры Денис Лоҡманов белдереүенсә, заводта рессорҙарҙы термик эшкәртеү, ирекле бөгөү һәм катафорез менән беренсе буяу яғыу процесы тулыһынса автоматлаштырылған.
— Милли проектта ҡатнашыу предприятиеның етештереү күрһәткестәрен яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Бының өсөн ҡорамалдарҙы яңыртыу ҙа, эшселәр һанын арттырыу өсөн сығымдар ҙа талап ителмәйәсәк. Шул уҡ хеҙмәткәрҙәр һәм шул уҡ ҡорамалдар менән дә етештереүҙе яҡшыртып була. Ошо маҡсатта милли проектта ҡатнашыусылар ярты йыл дауамында һаҡсыл етештереү, ваҡытында етешһеҙлектәрҙе асыҡлау алымдарына төшөнөү буйынса эксперт ярҙамы аласаҡ, — ти БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Милли проектта ҡатнашыу сиктәрендә, предприятиелар федераль һәм төбәк компетенциялары үҙәктәре эксперттарының хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм етештереү процестарын ҡулайлаштырыу өлкәһендә бушлай методик ярҙамдан файҙалана ала.
Финанс ярҙамы булараҡ, предприятиелар Сәнәғәт үҫтереү федераль фондынан биш йылға йылына бер процентлы ставка менән 50-300 миллион һум күләмендә субсидия алыуға хоҡуҡлы. Шулай уҡ милли проектта ҡатнашыусылар инвестицияларҙы тормошҡа ашырыуға киткән сығымдарҙан килемгә һалым күләмен 50 процентҡа тиклем кәметеү мөмкинлегенә эйә.
Әйткәндәй, Белорет предприятиелары милли проектҡа әүҙем ылыға. 2019 йылда Белорет селтәр һәм түшәмә заводы менән һигеҙ тиҫтә йыллыҡ данлы тарихҡа эйә Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы ла “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылды. Бер йыл эсендә проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙа тауар етештереү күләме ике тапҡырға арта. Тамамланмаған производствоны ҡыҫҡартыу арҡаһында 80 миллион һум аҡса артып ҡала, уны үҙҙәрендә артабан да етештереүҙе яйға һалыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтәсәктәр. Уртаса иҡтисади һөҙөмтә дүрт миллион һум тәшкил иткән.
Римма СОЛТАНОВА