Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Июнь 2022, 21:15

Төркиә Өфөлә Почетлы консуллыҡ асырға теләй

Ул илебеҙгә ҡаршы санкциялар сәйәсәтендә ҡатнашыуҙан баш тартып ҡына ҡалмай, ә аралашсы ролен дә әүҙем башҡара.

Төркиә Өфөлә Почетлы консуллыҡ асырға теләй
Төркиә Өфөлә Почетлы консуллыҡ асырға теләй

"Урал аръяғы-2022" IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының икенсе көнө лә эшлекле шарттарҙа дауам итте. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошторҙо.

Рәсәй менән Төркиә араһындағы тышҡы сауҙа мөнәсәбәттәре бөгөн санкциялар ваҡытында аҙ зыян күргән иҡтисади өлкәләрҙең береһе булып ҡала. Сибайҙа "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан менән Төркиәнең артабан да эшлекле бәйләнештәрен үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. "Үҙгәреүсән донъя шарттарында Рәсәй-Төркиә эшлекле бәйләнештәре: Евразия йөрәгенән ҡараш" сессияһын Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы, Башҡортостандың Төркиәләге "Офис-төркөм" конгресс-бюроһы вәкиллеге ойошторҙо.

"Төркиә бөгөн Рәсәй менән бәйләнештәрҙә конструктив ҡараш күрһәтә, илебеҙгә ҡаршы санкциялар сәйәсәтендә ҡатнашыуҙан баш тартып ҡына ҡалмай, ә аралашсы ролен дә әүҙем башҡара. Көнбайыш эмбарго шарттарында Рәсәйҙең экспорт-импорт эшмәкәрлеге контексында Төркиәнең әһәмиәте арта. Беренсенән, илебеҙҙә етештерелгән агропродукцияны һатыусы иң ҙур төбәк булып ҡалды. Башҡортостан шулай уҡ Төркиә менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә өлөш индерә, ул бөтә партнерҙарыбыҙ араһында 12-се урынға күтәрелде. Иң мөһиме - Башҡортостанда проекттарын тормошҡа ашырған төрөк инвесторҙары арта", - тип һөйләне тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова.

"Был һуңғы биш йылдағы тренд - Рәсәй менән Төркиәнең тышҡы иҡтисади һәм инвестиция бәйләнештәрен үҫтереү, унан да бигерәк, уларҙың интенсивлығы илебеҙҙең аныҡ төбәгенә ныҡ бәйләнгән. Башҡортостан Төркиә мәнфәғәттәренең өҫтөнлөклө йүнәлештәре төркөмөнә инде", - тип раҫланы Төркиәнең Өфөләге Генераль консулы Исмет Эрикан.

Уның билдәләүенсә, Рәсәй менән тауар әйләнеше йылдан-йыл арта. Былтыр 104 миллион доллар тауар оҙатылған. “Төркиәлә атом электр станцияһы төҙөлә. Күп ҡорамалдарҙы һәм станоктарҙы Рәсәйҙән аласаҡбыҙ. Төрөк инвесторҙары республикала әүҙем эш алып барһын өсөн бар шарттар булдыра. Беҙ ҙә һеҙҙең ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерергә әҙер. Өфөлә Төркиәнең Почетлы консуллығын асырға тәҡдим итәбеҙ”, – тине ул.

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Төркиәнән килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың ышаныслы эшлекле партнеры һәм инвестициялар өсөн абруйлы биләмә булыуына тулыһынса инанған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Төркиә Өфөлә Почетлы консуллыҡ асырға теләй
Төркиә Өфөлә Почетлы консуллыҡ асырға теләй
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: