Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2022, 15:45

Бөгөн - Баймаҡта һабантуй!

Әле һабантуй биләмәһендә халыҡ-ара  “ҠЫМЫҘФЕСТ” фестивале үтте. Сара “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә ойошторолдо.

Бөгөн - Баймаҡта һабантуй!
Бөгөн - Баймаҡта һабантуй!

 Сибай ҡалаһында ике көн дауамында үткән  IV "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бөгөн Баймаҡ районында дауам итә. Сарала ҡатнашыусылар бөгөн, йәғни 4 июндә Баймаҡ районының йәмле Граф күле буйында ойошторолған  район һабантуйында ҡатнашты. 

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге делегация балалар һабантуйында булып, артабан бер-бер артлы теҙелгән төрлө райондарҙың тирмәләрен ҡараны. Башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, шөғөл-кәсептәрен, милли аш-һыуын сағылдырған тирмәлә нимәләр генә юҡ?! Һәр район үҙенә генә хас брендлы әйберҙәрен алып килгән. Мәҫәлән, Хәйбулла районы тирмәһендә Вәзәм шәлдәре урын алһа, әбйәлилдәр ыҫлы ҡорот, талҡанды нисек эшләүҙе сағылдырып, аҡ кейеҙҙәрҙән күргәҙмә эшләгән. Һәр район ҡунаҡтарҙы йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды, сәк-сәк, шифалы ҡымыҙ тәҡдим итте.

 Һабантуй биләмәһендә халыҡ-ара  “ҠЫМЫҘФЕСТ” фестивале үтте. Сара “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә ойошторолдо.

Фестивалдә Хәйбулла, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Йылайыр, Дәүләкән һәм Әлшәй райондары, шулай уҡ Бүрәт һәм Тыва республикаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм Пермь крайынан ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ниндәй һабантуй ат сабышы, милли көрәшһеҙ үтһен! Был юлы ла һәр урында төрлө спорт ярыштары ойошторолдо, халыҡ таланттары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең бай сағыу концерты булды. Баймаҡтар был юлы ла үҙҙәренә генә хас "Ылаҡ" уйынын күрһәтте.

Көндөң ҡапыл һыуытып, ямғыр яуып алыуы ла һабантуйҙың йәмен ебәрмәне: халыҡ рәхәтләнеп ял итте, хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде, бала-сағаның шатлыҡлы тауыштары яңғырап торҙо, бар ерҙә - байрам тантанаһы хөкөм итте.

Автор фотолары.

 

Бөгөн - Баймаҡта һабантуй!
Бөгөн - Баймаҡта һабантуй!
Бөгөн - Баймаҡта һабантуй!
Бөгөн - Баймаҡта һабантуй!
Бөгөн - Баймаҡта һабантуй!
Бөгөн - Баймаҡта һабантуй!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в