Кисә Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйы сиктәрендә «Аграр сәнәғәт комплексы: баҫыуҙан донъя кәштәһенә тиклем» дискуссия сессияһы уҙҙы. Уны «Башҡортостан Республикаһы Экспортына булышлыҡ итеү үҙәге», «Агроэкспорт» федераль үҙәгенең Тармаҡ үҫеше идаралығы, республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ойошторҙо.
- Агросәнәғәт комплексы - ул милли продукцияны экспортлауҙа төп төрҙәрҙең береһе. Уға донъя баҙарында иң ҙур һорау менән ҡулланған төрҙәр - майҙар, бал, ит-һөт продукциялары һәм иген эшкәртеү инә. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Азербайжанға, Ҡырғыҙстанға, Үзбәкстанға һәм Тажикстанға һуңғы биш бизнес-миссиябыҙ һөҙөмтәләре бөтә ерҙә лә Башҡортостан продукцияһына ихтыяждың һаҡланыуҙан тыш, ҡырҡа артыуын күрһәтә. Беҙгә көнбағыш майы, он, иген, эре мөгөҙлө мал кәрәк, тиҙәр. Һәм улар аҡсаға булһа ла, йәшелсә-емешкә, сәтләүектәргә алмаштырып булһа ла алырға әҙер, - тине Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова.
Министрлыҡ инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙы, дәүләт ярҙамы менән файҙаланып, продукцияһын экспортҡа сығарырға теләк булғанда, туранан-тура бизнес-миссияларға ҡушылырға саҡырҙы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.