Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2022, 11:45

Беҙ - көслөрәк булып сыҡтыҡ!

“Ғәжәйеп латин һүҙе бар: “sanctio”. Уның мәғәнәһе бер юлы “хуплау” ҙа, “тыйыу” ҙа", - тип башланы Андрей Назаров. 

Беҙ - көслөрәк булып сыҡтыҡ!
Беҙ - көслөрәк булып сыҡтыҡ!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул Сибайҙа барған Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы-2022" инвестиция һабантуйына һәм Көнбайыш санкцияларына арнала.

“Ғәжәйеп латин һүҙе бар: “sanctio”. Уның мәғәнәһе бер юлы “хуплау” ҙа, “тыйыу” ҙа. Санкциялар индергәндә, Көнбайыш беҙгә ашауҙы, кейем-һалымды, дөйөм алғанда, иркен тын алыуҙы тыйырға ниәтләне. Һөҙөмтәлә беҙҙең эске үҫешкә ыңғай ниндәйҙер ризалыҡ бирҙе.

90-сы йылдар аҙағында уҡ Рәсәй компаниялары фән менән шөғөлләнгәндәре: йыһан, энергетика, атом сәнәғәтен үҫтергәндәре өсөн “ҡара исемлеккә” эләгә ине. Ун йылдан һуң Америка был тыйыуҙарҙы бөтөрҙө! Баҡтиһәң, уларҙың космонавтикаһы беҙҙең эшләнмәләрһеҙ йәшәй алмай икән.

Ә артабан – күберәк. Санкциялар:

  • Ҡырымды ҡушҡан өсөн.
  • Йәнәһе лә Америка Ҡушма Штаттарына һәм ЕС-ҡа ҡаршы киберһөжүм өсөн.
  • Сүриәнең законлы хөкүмәтенә ярҙам күрһәткән.
  • Шулай уҡ Корея Халыҡ Демократик Республикаһына, Иранға һәм Сүриәгә тауарҙар һатыу.
  • Венесуэланың законлы хөкүмәтенә ярҙам күрһәтеү.
  • Ливияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн һалынды.

Мин әле иң яңғырауыҡлы эпизодтарҙы ғына миҫал итеп килтерҙем.

Рәсәйгә ҡаршы 24 февралгә тиклем – 2 754, һуңынан 7 802. Йәмғеһе – 10 556. Был Иранға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек күберәк (3,6 мең самаһы санкциялар) һәм Сүриәгә ҡарағанда дүрт тапҡырға тиерлек күберәк (2,6 мең самаһы санкциялар).

Инициаторҙар илебеҙҙә финанс-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси коллапс тыуҙырырға иҫәп тотто. Көслө залптар менән ҡағылдылар. Барлыҡ халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡарамаҫтан, алтын-валюта резервтарын һәм SWIFT түләү системаһын блокка ҡуйҙылар.

Рәсәй бирешмәне. Ул алға ышаныслы аҙым яһаны. Беҙҙең республикала ла санкцияларға ҡаршы тороу механизмы эшләй, ул ныҡлыҡҡа һыналған һәм тулы ҡеүәтенә эшләй.

Нимә эшләнек:

Импортты алмаштырыу һәм импортты тәьмин итеү үҙәге эшләй башланы.

Диңгеҙ порттарында һәм логистик хабтарҙа йөктәрҙе һаҡлау менән бәйле сығымдарҙы ҡаплайбыҙ, шулай уҡ сит ил сеймалы, запас частар һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплайбыҙ.

Ауыл агросәнәғәт комплексына ярҙам итеү өсөн орлоҡ, химиялаштырыу саралары, техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға субсидиялар ҡаралған.

Хәҙер беҙ нимә өҫтөндә эшләйбеҙ:

Урал аръяғында 175 миллиард һумға яҡын суммаға 76 проектты ғәмәлгә ашырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ: ауыл хужалығы, туризм, сәнәғәт, металлургия һәм энергетика спектрҙары, эшкәртеү өлкәһе, инфраструктура.

“Сибай - Подольск – Новорудная” тимер юлы линияһын төҙөү.

Төрлө илдәрҙән, шул иҫәптән Европанан бизнес һәм сәйәсмәндәр вәкилдәре инәсәк “Өфө диалогы” халыҡ-ара платформаһын булдырыу.

Өфөлә ШОС энергетика клубының эш офисын асыу һәм энергетик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса “Өфө диалогы” платформаһының тәүге осрашыуын үткәреү.

Проекттарыбыҙ исемлеге артыр, тип ышанам. Бөтә ресурстар, теләк һәм илһам бар. Рәсәй иҡтисады өҫтөндә санкциялар һуғыуҙан һаҡлаусы ныҡлы көмбәҙ булдырылған – һәм былар барыһы ла беҙҙең уртаҡ тырышлыҡтар менән.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: