Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2022, 19:45

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Һанлаштырыу - хәҙерге ысынбарлыҡта айырылғыһыҙ йүнәлештәрҙең береһе.

Килешеүгә ҡул ҡуйылды
Килешеүгә ҡул ҡуйылды

«Урал аръяғы - 2022» инвестиция һабантуйының эше барышында «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте менән «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа ярашлы, яҡтар тәҡдимдәр әҙерләү буйынса мәғлүмәт менән алмашырға, бер-береһенә консультация ярҙамы күрһәтергә һәм үҙ компетенциялары сиктәрендә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуҙы ойошторорға ниәтләй.

- Һанлаштырыу - хәҙерге ысынбарлыҡта айырылғыһыҙ йүнәлештәрҙең береһе. Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү Үҫеш корпорацияһы оҙатыуында булған проекттарҙы тормошҡа ашырыу сифатын ярайһы уҡ яҡшыртырға, шулай уҡ һөҙөмтәле уртаҡ эш өсөн бизнес вәкилдәренең берләшеүенә булышлыҡ итергә тейеш. Был, үҙ сиратында, беҙҙең төбәк инвесторҙар өсөн күркәм һәм халыҡ өсөн уңайлы буласаҡ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Документ сиктәрендә килешеүҙә ҡатнашыусылар уртаҡ саралар планын әҙерләү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттары менән кооперацияла ярҙам итеү, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә уҙғарылған һәм ғәмәлгә ашырылған программаларҙы, проекттарҙы һәм сараларҙы, һанлы сервистар һәм продукттар әҙерләү һәм булдырыу йәһәтенән индустриаль парктарҙы яҡлау өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында һөйләшелгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: