Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2022, 21:45

Килешеүҙәр хаҡы - 107 миллиард һум

«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында 107 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөлдө.

Килешеүҙәр хаҡы - 107 миллиард һум
Килешеүҙәр хаҡы - 107 миллиард һум

Сибайҙа IV «Урал аръяғы - 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы тамамланды. Сарала хеҙмәттәшлек тураһында төҙөлгән документтарҙың дөйөм суммаһы буйынса рекорд ҡуйылды.

Инвестиция һабантуйының ике көн эшләү осоронда 27 килешеүгә ҡул ҡуйылды, улар иҫәбендә - 7,13 миллиард һумлыҡ туранан-тура инвестициялар суммаһына 8 инвестиция килешеүе, шулай уҡ хеҙмәттәшлек тураһында 19 документ төҙөлгән. «Система» АФК-һы менән үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы килешеү сиктәрендә тормошҡа ашырыу планлаштырылған проекттарҙы иҫәпкә алып, артабан республика иҡтисадына инвестицияларҙың дөйөм күләме 107 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк.

- «Урал аръяғы - 2022» инвестиция һабантуйы - халыҡ-ара кимәлдәге сара. Унда 11 илдең вәкиле ҡатнашты. Донъялағы ошондай ябай булмаған шарттарҙа партнерҙарыбыҙ беҙгә килә, шул рәүешле Башҡортостанға, Рәсәй Федерацияһына, шулай уҡ Урал аръяғына ҡыҙыҡһыныуҙы раҫлай. Быйыл беҙ 107 миллиард һумлыҡ 28 инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙыҡ, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в