Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2022, 20:15

Кластерҙарға дәүләт ярҙамы буласаҡ

«Урал аръяғы-2022» форумында ҡатнашыусылар кластерҙарҙы һәм уларға дәүләт ярҙамын тикшерҙе.

Кластерҙарға дәүләт ярҙамы буласаҡ
Кластерҙарға дәүләт ярҙамы буласаҡ

Кисә Сибай ҡалаһында үткән «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйында «Дәүләт ярҙамы механизмдары сиктәрендә яңы тармаҡтарҙы кластерлаштырыу юлы менән Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәтен формалаштырыу» тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Уны «Башҡортостан Республикаһының стратегик эшкәртмәләр үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ойошторҙо.

Түңәрәк өҫтәл ултырышы модераторы - «Башҡортостан Республикаһының стратегик эшкәртмәләр үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры урынбаҫары Урал Ибраһимов - төрлө тармаҡтарҙа инновациялы производстволар төҙөү иҫәбенә төбәк иҡтисадын диверсификациялауҙың стратегик әһәмиәтен билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, был процеста юғары технологиялы производстволар айырым роль уйнай, хәҙер уларға комплекслы ярҙам күрһәтелә.

Түңәрәк өҫтәлдә «Башҡортостан Республикаһының пилотһыҙ авиация кластеры» һәм «РВ-1 технопаркы» проекттары тикшерелде. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар һөҙөмтәле коммуникациялар төҙөү, төрлө кооперация моделдәренең ыңғай һәм кире яҡтары тураһында һөйләне, шулай уҡ үҙ эшмәкәрлек өлкәләрендә алдынғы технологияларҙың ролен баһаланы.

Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Радиоэлектрон сәнәғәт департаментының корпоратив идаралыҡ бүлеге начальнигы Виктор Изирушев Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы линияһы буйынса тәҡдим ителгән бизнесҡа ярҙам саралары тураһында һөйләне. Шундай сараларҙың береһе - бизнес-проекттарҙы берлектә финанслау, уның сиктәрендә үҙ аҡсаңдың 30% булғанда һәм 20 эш урыны булдырыу, ете йылда планды тормошҡа ашырыу тураһында йөкләмәләр булғанда 2,5 миллиард һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. Һүҙ урта һәм ҙур бизнес хаҡында бара, сөнки ошо ярҙам программаһына күләме 50 миллион һумдан алып тәшкил иткән проекттар инә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: