Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2022, 21:15

Сибайҙа «Рәсәй эше» заманса кадрҙар үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Киләсәктә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында заманса кадрҙар үҙәктәрен булдырыу планлаштырыла.

Сибайҙа «Рәсәй эше» заманса кадрҙар үҙәге барлыҡҡа киләсәк
Сибайҙа «Рәсәй эше» заманса кадрҙар үҙәге барлыҡҡа киләсәк

«Урал аръяғы - 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте араһында заманса мәшғүллек хеҙмәтен үҫтереү тураһында килешеү төҙөлдө. Документ Сибайҙа «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» төбәк проектын яңыртыу буйынса проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәген ойошторғанда хеҙмәттәшлек шарттарын билдәләй.

- Киләсәктә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында заманса кадрҙар үҙәктәрен булдырыу планлаштырыла. Урал аръяғында «Киләсәк фабрикаһы» концепцияһы сиктәрендә бындай үҙәк Сибайҙа барлыҡҡа киләсәк. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙың төп маҡсаты - мәшғүллек хеҙмәтенең эшен эш эҙләүселәр өсөн дә, эш биреүселәр өсөн дә мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк һәм уңайлыраҡ итеү, - тип билдәләне республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Хеҙмәткә бөтә кешеләргә ғәҙәти айырым хеҙмәттәр күрһәтеү генә түгел, ә айырым кешеләрҙең тормош хәленә һәм аныҡ эш биреүселәрҙең бизнес-ситуацияларына ярашлы, клиенттарҙы йүнәлеш алыу һәм әүҙемлек алымдары нигеҙендә «Берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса проблемалар комплексын хәл итергә кәрәк. Килешеүгә ҡул ҡуйып, яҡтар уҡыу урындары йәрминкәләрен һәм махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәләрен ойошторғанда хеҙмәттәшлек итергә, дәүләт хеҙмәттәре алыусыларҙың Башҡортостан Республикаһында ғәмәлдә булған әүҙем мәшғүллек сәйәсәте программалары тураһында мәғлүмәт кимәлен бергәләп күтәрергә, берлектәге саралар үткәрергә үҙ-ара  килеште.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: