Республиканың Учалы районында үҫемлекселекте үҫтереү буйынса комплекслы проектты ғәмәлгә ашырыу башлана. Проектҡа һалынған инвестицияларҙың суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыуы ихтимал, ә яңы предприятие эшкәрткән һөрөнтө ер майҙаны 10 мең гектар тәшкил итәсәк.
Кисә Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, «РВМ Капитал» инвестиция төркөмө һәм «Учалы элеваторы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйылды. Хеҙмәттәшлек эшкәртелгән ауыл хужалығы ерҙәре майҙанын, иген һәм май культураларын етештереү, орлоҡ материалдары етештереү күләмен һәм сифатын һәм Учалы элеваторының етештереү ҡеүәтен арттырыуға йүнәлтеләсәк. Яңы эш урындары булдырыласаҡ.
- Инвестиция проекты ярҙамында Урал аръяғында тулы етештереү циклы менән «УчалыАгро» үҫемлекселек предприятиеһы барлыҡҡа киләсәк, - тип аңлатма бирҙе килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Бында үҫемлекселек продукцияһын етештереү, һаҡлау һәм эшкәртеүҙең заманса технологиялары ҡулланыласаҡ. Ошондай предприятиеның барлыҡҡа килеүе Урал аръяғының башҡа райондарында ла үҫемлекселекте үҫтереүгә стимул бирергә мөмкинлек бирәсәк.
2022 йылдың аҙағына проектты тормошҡа ашырыу барышында «УчалыАгро» компанияһында эшкәртелгән майҙандар 3 мең гектар тәшкил итә. Киләһе ике йылда проектҡа ярҙам сараларын тормошҡа ашырғанда сәсеү майҙандарын 10 мең гектарға тиклем арттырыу планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 66 берәмек техника, шул иҫәптән 11 трактор, 7 комбайн, 5 сәсеү комплексы, 3 һиптергес, 5 иген ташыусы машина һ.б. һатып алынасаҡ. Ойоштороласаҡ орлоҡсолоҡ продукцияһының ҡеүәте йылына 6 мең тонна иген һәм майлы культуралар орлоғо тәшкил итәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.