Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2022, 11:30

Йәмғиәт ҡеүәтен арттыра

"Экопродукт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Рәсәйҙә бейә һөтөнән һәм ҡымыҙҙан һөт продукцияһын етештереүсе һәм һатыусы берҙән-бер компания 

Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте

Бөгөн Сибайҙа "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында "Тулы цикллы, ҡеүәте йылына 26-30 тонна ҡоро продукт тәшкил иткән лиофилирланған ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе ойоштороу" проектын тормошҡа ашырыу буйынса инвестиция хеҙмәттәшлеге тураһында килешеү төҙөлдө. Республика Хөкүмәте менән ҡул ҡуйылған документ сиктәрендә бейә һөтөн киптереү һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнеүсе "Экопродукт" компанияһы ҡеүәтен арттырырға ниәтләй. Инвестор тулы цикллы етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй, проект хаҡы 223 миллион һумға баһалана.

- Ҡымыҙ-беҙҙең милли эсемлек, беҙ уны етештереү буйынса илдә лидерлыҡты биләйбеҙ, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Башҡа төбәктәрҙә һәм илдәрҙә ҡымыҙға һәм бейә һөтөнән етештерелгән башҡа продукцияға ихтыяж арта. Уларҙың тиҙ боҙолоусан продукттар булыуын иҫәпкә алғанда, лиофилизацияны үҫтереү географияны һәм поставкалау күләмдәрен ярайһы уҡ киңәйтергә ярҙам итәсәк. Төбәктә йылҡы иҫәбенең 120 мең баштан ашыу булыуын иҫәпкә алғанда, был Башҡортостанда  йылҡысылыҡты һәм ҡымыҙ етештереүҙе артабан үҫтереү өсөн яҡшы стимул.

Бөгөн "Экопродукт"тың әҙер продукцияһын Ҡаҙағстан Республикаһы предприятиелары әүҙем һатып ала. Компания Рәсәйҙә бейә һөтөнән һәм ҡымыҙҙан сублимпияланған һөт продукцияһын етештереүсе һәм һатыусы берҙән-бер компания булып тора.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: