Иҡтисад
4 Июня 2022, 13:45

Яңы иҡтисади ысынбарлыҡ

Кисә Республика Башлығы Сибай ҡалаһында үткән IV “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының пленар ултырышында сығыш яһаны.

Яңы иҡтисади ысынбарлыҡЯңы иҡтисади ысынбарлыҡ
Яңы иҡтисади ысынбарлыҡ

3 июндә "Урал аръяғы - 2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында  "AntiSanction REGIONS: Яңы иҡтисади ысынбарлыҡ" тип аталған пленар ултырышы үтте. Унда төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.  Унда эксперттар  Башҡортостан иҡтисадының үҫеш перспективалары һәм халыҡ-ара санкцияларҙы еңеү мәсьәләләренә туҡталды.

- Тәү сиратта инвестиция һабантуйында ҡатнашырға саҡырыу алғандарҙың һәммәһен дә ысын күңелдән сәләмләйем. Сөнки беҙҙең бурыс - Рәсәй бизнесына хеҙмәттәшлеккә, үҙ-ара эш итеүгә һәм инвестицияларға асыҡ ошондай биләмәнең булыуын күрһәтеү, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ултырышты асып. - Урал аръяғы - эшһөйәр кешеләр, ул ғәйәт ҙур тәбиғәт ресурстары.

Республика Премьер-министры Андрей Назаров санкцияларҙы еңеү мәсьәләләре буйынса сығышында Рәсәйҙең башҡа илдәрҙең санкцияларға ҡаршы тороу баҫымы арта барған осорҙа күптән йәшәүен билдәләне. Уның билдәләүенсә, хәҙерге ысынбарлыҡта коронавирус пандемияһы һәм нефткә хаҡтарҙың төшөүе көрсөккә ҡаршы яҡшы күнекмә булды. Башҡортостанда иҡтисадтың тотороҡлоғона булышлыҡ итеү буйынса саралар күрелде.

"Урал аръяғы-2022" инвестиция һабантуйында донъяның 11 иленән вәкилдәр ҡатнашты. Улар араһында “Fatioglu “  холдингының директорҙар ағзаһы Угур Фатингоглу бар. Ул  пленар ултырышта Башҡортостан һәм Рәсәй  менән хеҙмәттәшлекте дауам итергә ышаныс белдерҙе.

- Мин бында инвестор булараҡ килдем. Донъяуи истерияға ҡарамаҫтан, беҙ Рәсәйгә, Башҡортостанға ышанабыҙ. Был юлы ла һеҙ иҡтисади яҡтан бар кәртәләрҙе лә  мотлаҡ еңеп сығырһығыҙ, тип ышанам. Беҙ Башҡортостанда бер ҡасан да бюрократик планда булған проблемалар менән осрашманыҡ, сөнки һеҙ инвесторҙарға бик иғтибарлы ҡарайһығыҙ. Һуңынан, ҡурҡып, бынан ҡасҡандар ҙа бар. Ләкин, улар кире ҡайтырға теләһә, һеҙ уларға башҡа күҙлектән ҡарарһығыҙ. Был иртәме-һуңмы буласаҡ, һәм Рәсәй үҙ иҡтисадын әүҙем тергеҙә башлаясаҡ. Әлбиттә, һәр иҡтисади һынау һәр ваҡыт үҙенең иҡтисадын, производствоһын нығытыуҙа яңы мөмкинлектәр тыуҙыра, беҙ һәр ваҡыт Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итеүгә йүнәлеш алабыҙ, сөнки беҙ конкуренция алып бармайбыҙ, ә бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ, - тине Угур Фатингоглу.

Франциянан Европа парламенты депутаты  Тьерри Мариани форумда ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша сәләмләне.

 Европарламент депутаты, Европа бизнесының Рәсәйҙеке менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәклеген билдәләне. Европа халыҡтарына үҙҙәренең һайлауҙарын көсләп тағыу өсөн Европа технократияһы ҡулланыла. Бындай сәйәсәт кешеләр араһында стеналар төҙөүгә әүерелә, тип иҫәпләй ул.

Пленар ултырыш Башҡортостандың муниципаль берәмектәрендә инвестиция әүҙемлеге һәм уңайлы инвестиция мөхите булдырыу рейтингына йомғаҡ яһау менән тамамланды. Радий Хәбиров  рейтинг еңеүселәренә дипломдар тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас